менән ҡотланыҡ. Салауат Низаметдин улы 1941 йылдың 5 ғинуарында доңъяға килгән. 1961 йылда тракторсылар курсын тамамлағас, "Сибай" сохозының Үҙәк бүлексәһендә эш башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы "тимер ат"ында ер эшкәртеү, сәсеү һәм уңыш йыйыу эшендә фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Хеҙмәттә сыныҡҡан ир-уҙаманының тырыш хеҙмәте хөкүмәтебеҙ тарафынан II, III дәрәжә "Хеҙмәт Даны", "Октябрь Революцияһы" ордендары менән баһалана. Ауылыбыҙҙың яңы биҫтәһендәге бер урам Вәхитов исемен йөрөтә. 🌺Хөрмәтле Салауат Низаметдин улы 85 йәшлек күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлап, һеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, сикһеҙ бәхеттәр, ҡыуаныстар, үҙегеҙҙе яҡшы тойоп, сәләмәт булып, дәртле кәйефтә оҙаҡ йылдар балаларығыҙ ҡурсалауында, татыу ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ. Сибай ауыл биләмәһе.
Бөгөн абруйлы ауылдашыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Вәхитов Салауат Низаметдин улын 85 йәшлек күркәм юбилейы
16 января16 янв
~1 мин