Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы 25-27 февралдә Өфөлә, "ӨФӨ ЭКСПО" күргәҙмәләр комплексы майҙансығында үтәсәк "УРАЛ ТӨҘӨЛӨШ ИНДУСТРИЯҺЫ" халыҡ-ара күргәҙмә-форумында ҡатнаша. Ойоштороусылар булып Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы, «БВК» күргәҙмә компанияһы сығыш яһай. Ойоштороусылары - Рәсәй төҙөүселәр союзы һәм Башҡортостан Республикаһы Төҙөүселәр ассоциацияһы. Өфөнөң Вуз-ара кампусы Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһының Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты ярҙамында 26 февралдә «Рәсәйҙең заманса инновацион белем биреү киңлектәрен (кампустарын) төҙөү: бөгөнгө һәм киләсәк» форумын ойоштора. Фекер алышыу үҙәгендә кампустар төҙөү стратегияһы һәм маҡсаттары, уларҙы ҡала мөхитенә интеграциялау, архитектура һәм инфраструктура ҡарарҙары, идара итеү һәм файҙаланыу мәсьәләләре, финанс-иҡтисад
Өфөнөң вуз-ара кампусы "УРАЛ ТӨҘӨЛӨШ ИНДУСТРИЯҺЫ" күргәҙмә-форумында ҡатнаша
16 января16 янв
3 мин