Интернет киңлегендә ниндәй генә мәғлүмәт юҡ, яҡшыһы ла, яманы ла, тигәндәй... Бәхеткә күрә, тормошто нурлаған, йәшәйеште йәмләгән күренештәр, ваҡиғалар, кешеләр тураһында ла яҙмалар осрап тора. Бына шундайҙарҙың береһен тап иттем дә тарихты һеҙгә лә һөйләргә булдым. Парагвайҙа йәшәгән 72 йәшлек Феликс Карденас тигән ир уҙаманы һәр кис һайын автобус туҡталышына сыға икән. Ул һуңлап ҡына эштән ҡайтҡан ҡыҙы Беленды ҡаршылай. Атай өсөн һөйөклө ҡыҙының хәүефһеҙлеге донъяла бар нәмәнән өҫтөн. Юғиһә бит, үҙе лә йәш түгел, ә ҡараңғыла ниндәй генә әҙәмдәр осрамаҫ... Дон Карденас инде күп йылдар, һауа торошоноң ниндәй булғанына ла ҡарамай, туҡталышта тора һәм автобустан таныш, ғәзиз һындың килеп сығырын көтә. Бер ваҡыт ҡыҙы тыныс ҡына үҙен көтөп торған атаһының фотоһүрәтен социаль селтәргә һала һәм: “Атаҡайым, һәр саҡ янымда булыуыңды теләйем! Һине бик яратам!” – тип яҙа. Ошо ябай ғына ғәмәле арҡылы ул ҡәҙерле кешеһенә булған оло рәхмәтен, һөйөүен еткерә. Тарих беҙҙең тарафтарҙағы социаль селтәр