Әле республикала медицина борты өсөн бер генә махсус вертолет майҙансығы бар. 2030 йылға тағы ла етеһен - Өфөләге 18-се ҡала клиник дауаханаһының тән бешеүҙе дауалау үҙәгендә һәм Стәрлетамаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Мәсәғүт һәм Асҡын дауаханалары эргәһендә төҙөргә ниәтләйҙәр. Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы әҙерләгән Санитар авиацияны үҫтереү стратегияһы проектында әйтелә.
Башҡортостанда санавиация өсөн ете осоу майҙансығы төҙөргә ниәтләйҙәр
16 января16 янв
~1 мин