Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡатнашыусылар һаны артҡандан-арта

Башҡортостанда белемгә ынтылыш хәрәкәте әүҙем рәүештә үҫешә. Мәҫәлән, 2025 йылда республикабыҙҙың 70 мең тирәһе кешеһе "Белем" Рәсәй йәмғиәте сараларында ҡатнашҡан. Йыл һуҙымында Башҡортостан Хөкүмәтенең ярҙамы менән 900-гә яҡын төрлө сара уҙғарылған, шул иҫәптән, кино күрһәтелгән, интеллектуаль уйындар үткәрелгән. Республикабыҙҙа ошо йәмғиәттең электрон пулында 150 лектор иҫәпләнә, шул иҫәптән, унда махсус хәрби операция ветерандары, алдынғы юғары уҡыу йорттарының лекторҙары, власть вәкилдәре, педагогтар һәм журналистар бар. Мәҫәлән, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рөстәм Нәбиев, "Ватанды һаҡлаусылар" фондының төбәк бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, Ғилми-етештереү үҙәгенең мәҙәни ҡомартҡылар объекттарын һаҡлау үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин был тәңгәлдә эштәрҙе яҡшы ойошторған. – Кеше менән ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшеү – иң отошлоһо, ул белемгә ынтылышты ныҡ көсәйтә, – тип һөйләй "Белем" Рәсәй йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы етәксеһе Айһылыу Илембәтова. – Йәмғиәттең маҡсаты – беле
Оглавление
    Ҡатнашыусылар һаны артҡандан-арта
Ҡатнашыусылар һаны артҡандан-арта

Ҡатнашыусылар һаны артҡандан-арта

Кино күрһәтелгән, интеллектуаль уйындар үткәрелгән.

Башҡортостанда белемгә ынтылыш хәрәкәте әүҙем рәүештә үҫешә. Мәҫәлән, 2025 йылда республикабыҙҙың 70 мең тирәһе кешеһе "Белем" Рәсәй йәмғиәте сараларында ҡатнашҡан. Йыл һуҙымында Башҡортостан Хөкүмәтенең ярҙамы менән 900-гә яҡын төрлө сара уҙғарылған, шул иҫәптән, кино күрһәтелгән, интеллектуаль уйындар үткәрелгән.

Республикабыҙҙа ошо йәмғиәттең электрон пулында 150 лектор иҫәпләнә, шул иҫәптән, унда махсус хәрби операция ветерандары, алдынғы юғары уҡыу йорттарының лекторҙары, власть вәкилдәре, педагогтар һәм журналистар бар. Мәҫәлән, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рөстәм Нәбиев, "Ватанды һаҡлаусылар" фондының төбәк бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, Ғилми-етештереү үҙәгенең мәҙәни ҡомартҡылар объекттарын һаҡлау үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин был тәңгәлдә эштәрҙе яҡшы ойошторған.

– Кеше менән ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшеү – иң отошлоһо, ул белемгә ынтылышты ныҡ көсәйтә, – тип һөйләй "Белем" Рәсәй йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы етәксеһе Айһылыу Илембәтова. – Йәмғиәттең маҡсаты – белем өләшеү һәм таратыу. Власть вәкилдәре һәм юғары уҡыу йорттары ғалимдары менән осрашыу үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, үҙ сиратында, белем мөхите барлыҡҡа килә.

Фото: "Молодежная газета".