Мәктәп ихатаһында «Ғаилә уйындары - 2026» Республика фестиваленең мәктәп этабы үтте. Унда 5 ғаилә ҡатнашты. Беренсе этап булып тюбингта шыуыу, киләһе һынау «ҡулса менән йүгереү»булды . Ҡатнашыусылар бер-береһе менән ҡыуанып ярышты, күңел асыу һәм байрам атмосфераһын булдырҙы, өсөнсө этапта командалар йомаҡтарҙы систе Программаны «Хоккейсы» конкурсы тамамланы, унда командалар тиҙлек һәм оҫталыҡ буйынса ярышты. Мәктәп этабында Оморзаҡовтар ғаиләһе еңеүсе булды. 2-се урынды Маликовтар ғаиләһе яуланы, 3 урын-Иҫәндәүләтовтар ғаиләһе. Иҫәндәүләтовтар ғаиләһе «иң етеҙ» номинацияһында, Ә Тулубаевтар ғаиләһе «иң күңелле»номинацияһында бүләкләнде. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа грамоталар һәм бүләктәр алды. Афарин Ишбирҙенең матур, татыу ғаиләләренә!