Башстат мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда уртаса айлыҡ номиналь хеҙмәт хаҡы былтыр ғинуар-октябрь айҙарында – 72 256 һумдан, октябрҙә 72 975 һумдан ашыуыраҡ тәшкил иткән. Был 2024 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 10,8% һәм 8,1% юғарыраҡ. Хәбәр иткәнебеҙсә, 2026 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме - 27 093 һум. Башҡортостанда иһә Урал коэффициенты менән бергә 31 157 һум (НДФЛ тотолғансы). Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексында яҙылғанса, эш хаҡы МРОТ-тан аҙыраҡ булырға тейеш түгел.