"Серләшәйек" төркөмөндә Салауат районынан Хәлиҙә исемле апайҙың бик фәһемле яҙмаһы сыҡҡан. Бәлки, һеҙгә лә ярҙамы тейер. "Инәйем улын ерләгәндән һуң бик ҡаты ауырый башланы: аяҡ-ҡулдары ҡалтырай, көскә атлап йөрөй, баҫып торғанда ла берәй нәмәгә таяна. Шул саҡ уға танышы бер рецепт тәҡдим иткән: «Һиңә һоло ғына ярҙам итәсәк. Бер тоҡ һоло ал һәм уны күренгән урынға ҡуй. Көн һайын өс литр һыуға туғыҙ ҡалаҡ һоло һалып, шуны бер сәғәт талғын утта бешер, төнгөлөккә плитәнең ситендә ҡалдыр, шул килеш быҡһын. Көндөҙ күпме теләйһең, шул тиклем ошо төнәтмәне эсергә мөмкин. Иң мөһиме – эсеп бөтөргә кәрәк». Инәйем шулай итте лә. Тоҡтоң яртыһы бөтөүгә аяҡ-ҡулдары ҡалтырауҙан туҡтаны, аҙымдары ышаныслыраҡ була башланы. Шуға ҡарамаҫтан, тоҡтағы һоло бөткәнсе төнәтмәне эсеүен дауам итте. 90-ды үткәнсе йәшәне. Ғүмер буйы шул танышына рәхмәт уҡыны. Ошо хәлде иҫләп, мин дә һоло менән ҡыҙыҡһынғайным. Һоло В төркөмө витаминдарына, ферменттарға, шифалы минераль матдәләргә бай. Уның төнәтмәһе менән, ысынл