Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Социаль объекттар йәнле төҙөлә

2025 йылда адреслы инвестиция программаһына ярашлы, Башҡортостанда 76 социаль объект файҙаланыуға тапшырылған, уларҙың һигеҙе “Ғаилә”, “Йәштәр һәм балалар”, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына сиктәрендә башҡарылған. (Национальный проект “Семья”, “Молодежь и дети”, “Продолжительная и активная жизнь”). Был турала республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы хәбәр итә. 2025 йыл дауамында Башҡортостанда дөйөм хаҡы 21 миллиард һумлыҡ 14 объект төҙөлгән. Улар араһында Баймаҡ районының Урғаза ауылындағы социаль-мәҙәни үҙәк, Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылында мәҙәниәт йорто, Федоровка һәм Көйөргәҙе райондарында бассейндар, Мәләүездә “Спартак” стадионы, Республика кардиоүҙәгендә хирургия корпусы бар. Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсе звеноһын үҫтәреүгә айырым иғтибар бирелә. “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты буйынса (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь) алты поликлиника төҙөлдө. Мәҫәлән, 2025 йылдың декабрендә Асҡында поликлиника, Яңауылда, Учалыла, Благовещенда мед
Оглавление
    Социаль объекттар йәнле төҙөлә
Социаль объекттар йәнле төҙөлә

Социаль объекттар йәнле төҙөлә

Уңайлы шарттар тыуҙырыу буйынса эш дауам итә

2025 йылда адреслы инвестиция программаһына ярашлы, Башҡортостанда 76 социаль объект файҙаланыуға тапшырылған, уларҙың һигеҙе “Ғаилә”, “Йәштәр һәм балалар”, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына сиктәрендә башҡарылған. (Национальный проект “Семья”, “Молодежь и дети”, “Продолжительная и активная жизнь”). Был турала республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы хәбәр итә.

2025 йыл дауамында Башҡортостанда дөйөм хаҡы 21 миллиард һумлыҡ 14 объект төҙөлгән. Улар араһында Баймаҡ районының Урғаза ауылындағы социаль-мәҙәни үҙәк, Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылында мәҙәниәт йорто, Федоровка һәм Көйөргәҙе райондарында бассейндар, Мәләүездә “Спартак” стадионы, Республика кардиоүҙәгендә хирургия корпусы бар.

Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсе звеноһын үҫтәреүгә айырым иғтибар бирелә. “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты буйынса (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь) алты поликлиника төҙөлдө. Мәҫәлән, 2025 йылдың декабрендә Асҡында поликлиника, Яңауылда, Учалыла, Благовещенда медицина учреждениелары лицензия алды, тиҙҙән улар пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡ.

Мәғариф өлкәһендә 2025 йылда бер нисә мәктәпте төҙөүҙе тамамланылар. Шул иҫәптән Өфө районының Шмидтово ауылында 640 урынға иҫәпләнгән Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемендәге белем биреү үҙәге.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.