Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Пациенттарҙың хәлен яҡшыртасаҡ

Республика клиник онкология диспансерының медицина реабилитацияһы бүлексәһе «Элгос Мадин» һәм Hivamat 200 evident аппараттары менән тулыландырылды. Ҡорамалдар “Оҙайлы һәм әүҙем” милли проектына ярашлы алынды. Заманса аппараттар түбән йышлыҡлы импульстар ярҙамында электростатик массаж яһау өсөн тәғәйенләнгән. Улар ҡатмарлы махсус дауанан һуң пациенттарға һауығырға ярҙам итә. “Бындай процедуралар күҙәнәктәрҙең туҡланыуын һәм тергеҙелеүен тәьмин итә, ауыртыуҙы баҫа, спазмдарҙы йомшарта, шешенеүгә ҡаршы көрәшә ” – тип билдәләне диспансерҙың баш табибы Адель Измайлов. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм д
Оглавление
    Пациенттарҙың хәлен яҡшыртасаҡ
Пациенттарҙың хәлен яҡшыртасаҡ

Пациенттарҙың хәлен яҡшыртасаҡ

Заманса аппараттар түбән йышлыҡлы импульстар ярҙамында электростатик массаж яһау өсөн тәғәйенләнгән

Республика клиник онкология диспансерының медицина реабилитацияһы бүлексәһе «Элгос Мадин» һәм Hivamat 200 evident аппараттары менән тулыландырылды. Ҡорамалдар “Оҙайлы һәм әүҙем” милли проектына ярашлы алынды.

Заманса аппараттар түбән йышлыҡлы импульстар ярҙамында электростатик массаж яһау өсөн тәғәйенләнгән. Улар ҡатмарлы махсус дауанан һуң пациенттарға һауығырға ярҙам итә.

“Бындай процедуралар күҙәнәктәрҙең туҡланыуын һәм тергеҙелеүен тәьмин итә, ауыртыуҙы баҫа, спазмдарҙы йомшарта, шешенеүгә ҡаршы көрәшә ” – тип билдәләне диспансерҙың баш табибы Адель Измайлов.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото:"Ьашҡортостан" телерадиокомпанияһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!