Благовещенда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни“) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы төҙөкләндерелгән “Воскресенск рәттәре” асылды. Был хаҡта Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр. Эштәр ҡаланың Совет урамында барҙы. Ул физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм Дашковта аллеяһы араһында урынлашҡан. Билдәләүҙәренсә, урамда быға тиклем йәйәүлеләр кварталы булған, амфитеатр, уйын майҙансыҡтары һәм башҡалар хасил булған. “Беҙ Совет урамын элекке булмышына ҡайтара барабыҙ. Бөгөн унда почта, полиция, мәғариф идаралығы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы урынлашҡан, Кирилл һәм Мефодий ҡорамы тергеҙелә. Совет урамындағы төп бинаны – элекке уҡытыусылар семинарияһын ремонтлау мөмкинлеген эҙләйбеҙ. Ул ХIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән һәм элеккесә Совет урамындағы төп персонаж була ала”, - тип белдерҙе Благовещен районы хакимиәте башлығы Анна Карабанова. Сығанаҡ: Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министр