Төбәктең беренсе кешеһенең блогы ла беренсе булырға тейеш
Радий Хәбиров федераль рейтингта бишенсе урын яуланы
Ғинуар башында, бар ил Яңы йыл каникулдарында булған саҡта мәғлүмәт тә наҡыҫлана. Ошо саҡта ниндәй көстәр әүҙемлек күрһәтһә, халыҡ шул кәйефтәге мәғлүмәтте аласаҡ та. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең Башҡортостан быйылғы оҙайлы ялдар ваҡытында кире мәғлүмәткә батманы. Әлбиттә, буран сәбәпле авариялар, янғындар тураһында ла хәбәрҙәр булды, тик барыбер күпселекте ыңғайҙары биләне. Бында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың да роле ҙур. Ул үҙенең социаль селтәрҙәрендә төрлө йүнәлештәге мәғлүмәттәр баҫтырып торҙо.
Был эшмәкәрлек федераль кимәлдә баһаланды. Радий Хәбиров 2026 йылдың 5-11 ғинуарында социаль селтәрҙәрҙә төбәк башлыҡтарының әүҙемлеге рейтингында тәүге 10 лидер иҫәбенә инде. Был рейтингты Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы (АПЭК) тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә төбәктәрҙең тәүге 10 әүҙем етәксеһе исемлегендә үҙ позицияһын нығытып, 5-се баҫҡысты биләй.
Рейтингта төбәк башлыҡтарының рәсми аккаунттары анализлана, ә әүҙемлек индексы “Бәйләнештә”, “Одноклассники” һәм Telegram социаль селтәрҙәрендә ҡатнашыу күрһәткестәре нигеҙендә иҫәпләнә, шул иҫәптән баҫмалар, лайктар, комментарийҙар һәм репостар һаны, шулай уҡ контенттың сифатлы параметрҙары һәм аудиторияның реакцияһы баһалана.
Был көндәрҙә Башҡортостан Башлығы нимәләр тураһында яҙҙы? Яңы йылдың тәүге көндәрендә Радий Фәрит улы иғтибарын уҙған йылға йомғаҡ яһауға, киләсәк образын формалаштырыуға һәм мәңгелек ҡиммәттәргә йүнәлтте.
Милли проекттар аша республиканы үҫтереү төп тема булды: баҫмаларҙа 2025 йылға йомғаҡ яһалды – алты поликлиника һәм 134 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү, 35 мәктәпте ремонтлау, 170 йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү, юл һәм коммуналь инфраструктураны үҫтереү. Федераль ярҙамдың роле һәм 12 милли проект буйынса эш айырым билдәләнде.
Һәр саҡтағыса Радий Хәбировтың баҫмаларында ҙур урынды мәңгелек ҡиммәттәр биләй. Раштыуа ҡотлауында республика Башлығы конфессия-ара тыныслыҡҡа, күп милләтле Башҡортостандың дөйөм әхлаҡи йүнәлештәренә һәм берҙәмлегенә баҫым яһаны. Был йүнәлеште “Әр-Рәхим” мәсетендә эштәр барышы һәм интернет ҡулланыусыларының эмоциональ реакцияһын тыуҙырған ябай кешелек изгелеге тураһында пост дауам итә.
Айырым баҫмалар блогы спортҡа һәм әүҙем йәшәү рәүешенә арналды. Башҡортостан илдең иң спорт төбәктәренең береһе статусын раҫланы: Өфө “Вәғәҙәләр йүгереүе”ндә ҡатнашыусылар һаны буйынса Рәсәйҙә икенсе ҡала булды, ә Яңы йыл байрамдарында республикала 700-ҙән ашыу спорт сараһы үтте.
Иҡтисад йәһәтенән агросәнәғәт комплексы төп урынды биләне. 2030 йылға 50 заманса һөт фермаһы булдырыу, тауар һөтөн етештереүҙе йылына 1 миллион тоннаға тиклем арттырыу, роботлаштырылған комплекстарҙы эшләтеп ебәреү һәм ауыл хужалығында инвестиция проекттарын үҫтереү буйынса пландар билдәләнде.
Шулай уҡ республикала китап нәшриәтенә булышлыҡ итеү, классик һәм заманса әҙәбиәтте популярлаштырыу, шулай уҡ тарихи хәтерҙе һәм батырлыҡ темаһын һаҡлау аша мәҙәниәткә һәм мәғрифәтселеккә иғтибар бүленде.
Иң әүҙем һәм кешеләрҙе йәлеп иткән пост булып иһә ҡар бабайын “ҡотҡарған” изге күңелле тракторсы тураһындағы яҙма булды. Дөйөм алғанда 2026 йылдың 5-11 ғинуарында бөтә социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығының миллиондан ашыу кешене үҙ эсенә алған 21 баҫмаһы донъя күрҙе.
Шамил ВӘЛИЕВ, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса Комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, депутат:
– Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрендәге аккаунттары Яңы йылдың тәүге ун көнлөк ялдарында төрлө темаларға бағышланды һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә бай булды. Ошо арала ул үҙенең республиканың иң көслө, иң беренсе медиа киң мәғлүмәт сараһы авторы исемен иҫбатланы. Аңлашыла, Яңы йыл ялдары осоронда күп редакцияларҙа мөхәрририәт каникулға китә һәм кешене мәғлүмәт таҫмаһы менән яңғыҙын ҡалдыра. Дежур булып ҡалған хеҙмәткәргә ауыр, ул баҫмаһын юл-транспорт ваҡиғаларындағы үлемдәр, янғындар, ҡоторған һеләүһен тешләүе ише яңылыҡтар менән генә тултыра алмай бит. Шуға күрә халыҡ кире хәбәрҙәр генә уҡып, ауыр тәьҫораттарға батмаһын өсөн Радий Фәрит улының сәхифәләре ярҙамға килде. Ул аудиторияның иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Ҡар бабайын “ҡотҡарған” тракторсы мәҙәк булып, кешеләрҙе йылмайтһа, йыл йомғаҡтары уйланырға, ғорурланырға мәжбүр итте. Әйткәндәй, бер көндө ул беҙҙең “Китап” нәшриәтендә баҫылған яңы китаптар менән таныштырҙы. Уның “рекламаһына” ышанып мин хатта Елена Нечвалоданың “Орнамент счетной вышивки башкир” тигән китабын һатып алдым. Ҡыҙыҡлы, тәрән мәғлүмәтте баҫма булып сыҡты. Дөйөм алғанда башҡа ваҡытта ла республика Башлығының аккаунттары ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә бай була. Уның йөҙәр меңләгән даими уҡыусыһы бар. Һәм был заман талабына тура килә. Төбәктең беренсе кешеһенең блогы ла беренсе урында булырға тейеш.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!