Элемтә операторы 2025 йылда “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте цифрлы үҙгәртеү” милли проектын (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) тормошҡа ашырыу барышында республиканың 441 мәктәбендә һанлы инфраструктура булдырҙы. Был хаҡта Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итәләр. Компания белгестәре 5693 вай-фай инеү нөктәһен, 1682 видеокүҙәтеү камераһын һәм 452 видеорегистраторҙы билдәләй. Вай-фай нөктәләре менән уҡыу кластары, тамаша һәм спорт залдары йыһазландырылған. Уҡытыусылар мобиль ҡоролмаларҙан: ноутбуктарҙан, планшеттарҙан һәм смартфондарҙан селтәргә сығыу мөмкинлегенә эйә, ә уҡыусылар белем биреү ресурстарына инеү мөмкинлеген алған. Мәғлүмәт тапшырыу тиҙлеге ҡала мәктәптәрендә - 100 мбит/с-тан, ә бәләкәй тораҡ пункттарҙа 50 мбит/с-тан кәм түгел. Ҡулланыусылар һаны артҡан һайын каналдың киңәйеүе ихтимал. Күҙәтеү камералары бинаға инеү ишектәре өҫтөндә ҡуйылған. Видеояҙмалар бер ай дауамында локаль серверҙарҙа һаҡланған осраҡта, артабан “Хәүефһеҙ ҡ