Бер уйлаһаң, халыҡ ҡыҙыҡ инде: Яңы йыл алдынан күптәр үҙенең яратып ҡараған "Башҡорт хужабикәһе"- блогер Миләүшә Шәйхисламованың интернет селтәренән юҡҡа сығыуына, уның һәр көн өйрәнеп бөткән стористарын ҡарай алмаған яҙылыусылары Иҫке Яңы йылға тиклем уны юғалтып мәж килде. Кемеһелер Яңы йыл менән дә ҡотламаны, икенселәре яҙылыусыларына хәлен аңғартып ниңә бер -ике һүҙ ҙә әйтә алмаймы икән тип, үпкәләүселәре лә, Миләүшәнең сирләп ятыуы хаҡында хәбәр итеүселәр ҙә күп булды. "Башҡорт хужабикәһе" тураһында имеш -мимеш хәлдәр ҙә ишетелеп ҡалды. Ни тиһәң дә күптән түгел Миләүшә Шәйхисламова пластик операция яһатты һәм унан һуң һыуыҡ көндәрҙә бер нисә вайн төшөрөп йөрөнө. Баҡтиһәң, ысынлап та Яңы йыл байрамдары алдынан башҡорт хужабикәһе ауырып киткән. Ире Альберт та сирләгән, шунлыҡтан ҡыҙҙары Азалия каникулда апайы Аделина янында булған. Кисә ниһайәт, һағындырған Миләүшәбеҙ эфирға сыҡты, яҙылыусылары күптән көткән стористарын һалды һәм барыһын да Яңы йыл менән ҡотланы. Бер аҙ асыуланып т