Исеме бөтә төрки донъяһына танылған башҡорт ғалимәһе фән менән генә шөғөлләнмәне, халҡының аҫыл ҡыҙы, йәмәғәт эшмәкәре, яуаплы вазифалар биләгән абруйлы шәхес булараҡ та танылды. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 1-се саҡырылыш депутаты, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының почетлы профессоры – бына ул яулаған бейеклектәрҙең юғары нөктәләре. Әбйәлил районы Рәхмәт ауылы ҡыҙы 1974 йылда БДПИ-ны тамамлай һәм 1985—1995 йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһын етәкләй.
Таҡтаташ асыу тантанаһында Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының яҡты хәтерен иҫкә алырға килгән замандаштары, туғандары, хеҙмәттәштәре, студенттары, яҡташтары – “Әбйәлил яҡташтар ойошмаһы” ағзалары ҡатнашты. Сараны БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитов асты. "Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының арабыҙҙан иртә китеүе йәл. Балаларын, ейәндәрен тәрбиәләүҙә