- Рәсәй матбуғаты көнөнә арналды
- Йыл башында билдәләнгән Рәсәй матбуғаты көнө - беҙҙең өсөн үткән йылға һығымталар яһау, был йылда илһам менән эшләү, йүнәлештәр билдәләү мәле ул. Ҡәләм оҫталарын Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов һәм башҡалар ҡотланы, лайыҡлыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Рәсәй матбуғаты көнөнә арналды
Йыл башында билдәләнгән Рәсәй матбуғаты көнө - беҙҙең өсөн үткән йылға һығымталар яһау, был йылда илһам менән эшләү, йүнәлештәр билдәләү мәле ул. Ҡәләм оҫталарын Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов һәм башҡалар ҡотланы, лайыҡлыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы.
13 ғинуар илебеҙҙә Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә – 1703 йылда нәҡ ошо көндә Рәсәйҙә беренсе даими “Ведомости” гәзите сыға башлай. Ул ваҡытта баҫманың тиражы - мең дана һәм мөхәррире Петр I үҙе була. Хәҙер был көн баҫма гәзиттәр өсөн генә түгел, ә электрон, интернет селтәрендә сыҡҡан баҫмалар, шулай уҡ радио-телевидение журналистары өсөн, йәғни бөтә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн байрам булып тора.
Республиканың журналистар тармағында 2,5 меңдән ашыу кеше эшләй. Был – баҫма ғына түгел, электрон киң мәғлүмәт саралары, телевидение, радио һәм социаль селтәрҙәр.
2025 йыл иң тәү сиратта Тыуған илгә тоғролоҡҡа һынау булды, журналистар уны лайыҡлы үтте, илһөйәрлеген һәм һөнәри оҫталығын, шул иҫәптән махсус хәрби операция шарттарында ла иҫбатланы, тиелде сарала. Республикабыҙҙа иң тәүгеләрҙән булып хәрби журналист статусын законлы рәүештә асыҡланы, ә туғыҙ коллегабыҙ илдә түгеләрҙән булып хәрби хәбәрсе танытмаһын алды. Күп кенә матбуғат саралары федераль һәм республика кимәлендә билдәләнде. Мәҫәлән, Башҡортостан юлдаш каналы өс йыл рәттән Рәсәйҙең иң рейтинглы төбәк каналы тип танылды, “Спутник ФМ” өс тапҡыр “Радиомания” милли проекты лауреаты тип танылды, “Юлдаш” радиоканалы махсус бүләккә лайыҡ булды. “Бөтә Рәсәй-2025” журналистар медиафорумында һигеҙ баҫма киң мәғлүмәт сараһы еңеүсе тип танылды. Социаль селтәрҙе алып барыуҙа “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәре юғары баһаға лайыҡ булды.
Йыл да һаҡланып килгән йола буйынса Рәсәй матбуғаты көнөнә ҡарата республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен тантаналы тәбрикләү сараһы уҙғарыла. Уны Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ойоштора.
Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, уның урынбаҫары Марат Ғәзизов, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" республика ижтимағи-сәйәси гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов ҡотланы һәм лайыҡлыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Бөгөн шулай уҡ Башҡортостан Журналистар союзына яңы ағзалар ҡабул ителде.
“Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһының телевидение студияһы оператив контентының редакция мөхәррире Ильяс Батыргәрәев, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының контент-үҙәге мөхәррире Сәриә Ғарипова һәм башҡалар Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡтың Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Был байрамда үҙенсәлекле, матур хәл теркәлде: быйыл коллегаларыбыҙ беренсе тапҡыр Башҡортостандың “Киң мәғлүмәт саралары, нәшриәт һәм полиграфия” йүнәлеше буйынса республика бәйгеһендә ҡатнашты. Һөҙөмтәлә “Иң оло династия” номинацияһында Ҡыйғы, Асҡын райондарынан Сәхәүетдиновтар еңеү яуланы. Уларҙың дөйөм хеҙмәт стажы 77 йыл тәшкил итә. Байрамда диплом Әлиә Ғилванова менән Венера Сәхәүетдиноваға тапшырылды. Улар шулай уҡ тармата оҙайлы намыҫлы хеҙмәте өсөн Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Әйткәндәй, был бәйге быйыл да үткәрелә һәм ҡатнашыусылар булыр тип көтөлә.
Сара барышында төрлө конкурстар еңеүселәрен дә билдәләнеләр.
Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ тарафынан Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәре һәм халыҡтары телдәре үҫешен яҡтыртыу буйынса конкурс 13 йыл ойошторола һәм журналистар араһында ҙур һорау менән файҙалана. “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзите дәүләт телдәре һәм халыҡтар телдәре үҫеше темаһын республика киң мәғлүмәт сараларында (гәзиттәрҙә, журналдарҙа) иң яҡшы яҡтыртыу буйынса беренсе урын яуланы. Республика гәзиттәре һәм журналдары редакциялары араһында “Наркоманияны иҫкәртеүҙе яҡтыртыу һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау буйынса эштәрҙе иң яҡшы ойоштороу” номинацияһында өсөнсө урынға “Башҡортостан” гәзите лайыҡ булды. Шулай уҡ ”Башҡортостан” гәзите “Террорға ҡаршы көрәш” республика киң мәғлүмәт саралары конкурсында - икенсе, “Алға” төрөндәге айырым сәнәғәт-етештереү махсус иҡтисади зона эшмәкәрлеген яҡтыртыу” республика киң мәғлүмәт саралары конкурсында беренсе урын яуланы.
“Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар хоҡуҡтары мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыу” журналистар конкурсында баҫма матбуғат саралары “Йәшлек” гәзите хәбәрсеһе Баныу Ҡаһарманова өсөнсө урын яуланы. Ул шулай уҡ “Аҡса тураһында – ябай ғына” бәйгеһенең “Тарих” номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булды.
- Быйыл 7 февралдә Башҡортостан Журналистар союзына 105 йыл тулыуҙы билдәләйәсәкбеҙ, – тип белдерҙе республиканың Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт Исхаҡов һәм барыһын да Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы.
ФЕКЕРҘӘР:
Зөһрә АРСАЕВА, “Юлдаш” радиоһының яңылыҡтар хеҙмәте етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре:
- Йыл башында журналистарҙы бүләкләү - яҡшы йола. Яңы йылға матур старт бирелә. Ижади бәйге еңеүселәрен Рәсәй матбуғаты көнөндә тәбрикләү шулай уҡ иҫтәлекле. Башҡортостан министрлыҡтарының һәм ведомстволарының конкурстар ойоштороуы, хәбәрселәргә дәртләндереү саралары булдырыуы маҡтауға лайыҡ. Бик күп темаларға әҙерләнгән материалдарҙы ярышҡа тәҡдим итергә була. Бер йүнәлеш тә иғтибарһыҙ ҡалмаған. Быйыл яңы исемдәр ишеттек, яңы лауреаттарҙы күреп ҡыуандыҡ. Коллегаларымды тәбрик итәм. Яңы артылыштар, уңыштар теләйем. Яңы йыл еңеүҙәргә, матур ваҡиғаларға бай булһын.
Айһылыу ВАХИТОВА, “Торатау” гәзите хәбәрсеһе:
- “Торатау” гәзитенең йәйге бер һанында минең финанс грамоталылыҡ буйынса йөкмәткеле мәҡәләм баҫылып сыҡҡайны. Төп баҫым мутлашыусылар ҡулланған алымдарға, уларҙан һаҡланыу сараларына яһалды, мобиль ҡушымталарҙа ниндәй хеҙмәттәрҙе ҡулланырға мөмкинлеге аңлатылды, Өфө финанс университеты белгестәренең кәңәштәре еткерелде. Мәҡәлә гәзит уҡыусыларға оҡшаны, баш мөхәррир шунда уҡ конкурсҡа тәҡдим итте. Был хаҡта үҙем дә онотҡанмын, ошо көндәрҙә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы белгесе белгесе шылтыратып әйткәс, тәүҙә аңламайыраҡ торҙом. Әлбиттә, сараға райондан ҡыуанып килдем, әллә күпме таныштырҙы осраттым. Конкурста эшем өсөнсө урын яуланы. Абруйлы кешеләрҙең ҡулынан диплом һәм бүләк алыуы икелетә ҡыуаныслы булды. Коллегаларыма яңы үрҙәр, уңыштар теләп ҡалам.
Автор фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!