Һолоноң файҙаһын ата-бабаларыбыҙ борондан белгән. Унан эшләнгән буҙа үҙе генә ни тора! Шулай уҡ һоло халыҡ медицинаһында ла киң ҡулланылған. Ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яйға һала, быуындар һыҙлауынан ярҙам итә. Аяҡ быуындары һыҙлағанда һоло һаламын эҫе һыуҙа бешекләп, шул һыуҙа ултырғандар. Әле бына интернет селтәрендә тағы бер һоло эсемлеге рецебын тәҡдим итәләр, эшләп ҡарағыҙ әле. "Бөгөн тағы ошо эсемлекте эшләп алдым әле. Өс айлап эсәм дә йөрөйөм. Шулай һиҙелмәй генә артыҡ килограмдарҙы ла ташланым.
3 литрлы банкаға 400 грамм йыуылған һоло, 4 аш ҡалағы шәкәр һәм таҙа һыуыҡ һыу ҡойорға. Өҫтөн ябып, һоло әсегәнсе (3-4 көн тирәһе) бүлмә температураһында тоторға. Шәкәр урынына 50 грамм йөҙөм менән 2 аш ҡалағы бал һалырға ла мөмкин. Был эсемлеккә сикләү юҡ, һыуһағанда ла, ас ҡарынлай ҙа эсергә була.
Әҙерләүе еңел генә, ә файҙаһы һанап бөткөһөҙ. Тәү сиратта ул ҡан өсөн файҙалы: шәкәрҙе һәм холестеринды түбәнәйтә. Авитаминоз мәлендә һәм мәтдәләр алмашыныу процесында организмға ярҙам итә.