Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

400-гә яҡын кешегә – яңы торлаҡ

Республика биләмәһендә 20-нән ашыу күп фатирлы йортта йәшәүселәр икенсе урындарға күсерелде. Был эш “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярҙамында, граждандарҙы авариялы торлаҡтан күсереү программаһының икенсе этабына ярашлы атҡарыла. 396 кеше яңы фатирҙарға инә аласаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан. Әлегә мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә программаның икенсе этабы буйынса барлыҡ муниципаль контракттар төҙөлгән. Тимәк, граждандарҙы авариялы йорттарҙан күсереүгә әҙерлек юридик яҡтан тәьмин ителгән. “Был республика һәм муниципаль властарҙың, төҙөүселәрҙең һәм “Биләмәләрҙе үҫтереү фонды” федераль асыҡ хоҡуҡ компанияһының берҙәм эш һөҙөмтәһе. Беҙ кешеләргә лайыҡлы, хәүефһеҙ йәшәү өсөн аныҡ шарттар булдырабыҙ”, – тип билдәләне Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Республиканың ун муниципалитетында торлаҡ алыуға 163 контракт төҙөлгән. Күгәрсен районында
Оглавление
    400-гә яҡын кешегә – яңы торлаҡ
400-гә яҡын кешегә – яңы торлаҡ

400-гә яҡын кешегә – яңы торлаҡ

"Беҙ кешеләргә лайыҡлы, хәүефһеҙ йәшәү өсөн аныҡ шарттар булдырабыҙ”

Республика биләмәһендә 20-нән ашыу күп фатирлы йортта йәшәүселәр икенсе урындарға күсерелде. Был эш “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярҙамында, граждандарҙы авариялы торлаҡтан күсереү программаһының икенсе этабына ярашлы атҡарыла. 396 кеше яңы фатирҙарға инә аласаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан.

Әлегә мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә программаның икенсе этабы буйынса барлыҡ муниципаль контракттар төҙөлгән. Тимәк, граждандарҙы авариялы йорттарҙан күсереүгә әҙерлек юридик яҡтан тәьмин ителгән.

“Был республика һәм муниципаль властарҙың, төҙөүселәрҙең һәм “Биләмәләрҙе үҫтереү фонды” федераль асыҡ хоҡуҡ компанияһының берҙәм эш һөҙөмтәһе. Беҙ кешеләргә лайыҡлы, хәүефһеҙ йәшәү өсөн аныҡ шарттар булдырабыҙ”, – тип билдәләне Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Республиканың ун муниципалитетында торлаҡ алыуға 163 контракт төҙөлгән. Күгәрсен районында күсеүселәргә компенсация түләү планлаштырылған. Дөйөм алғанда, программаның икенсе этабы барышында 7,9 мең квадрат метр майҙанлыҡ авариялы торлаҡтан кешеләр күсереләсәк.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) маҡсаты – халыҡ йәшәгән урындарҙы комплекслы үҫтереү. Уға торлаҡ, юл төҙөү, ремонтлау, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү, социаль, коммуналь инфраструктура булдырыу һәм яңыртыу, йәмәғәт транспорты өсөн уңайлы маршруттар булдырыу һ.б. инә.

Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йылдың башынан алып тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башинформ”.