Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йәшәү шарттары яҡшыра

Илеш районының Иғмәт ауылында “Ғаилә” милли проектына ярашлы яңыртылған Мәҙәниәт йорто эш башланы. Эш барышында биналағы бөтә бүлмәләр, сәхнә яңыртылды, газ менән йылытыу системаһы ҡуйылды. Объектты асыу көнөндә үҙешмәкәр коллективтар һәм район Мәҙәниәт йорто артистары концерт менән сығыш яһаны. “Был ваҡиға яҡташтарыбыҙ тормошонда ҙур роль уйнай. Граждандарҙы инфраструктураны яҡшыртыуға әүҙем йәлеп итеү ауылда йәшәү өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыуға булышлыҡ итә. Беҙ һәр кеше үҙенең баһаһын белһен һәм тыуған яғын үҫтереүгә өлөш индерә алһын өсөн тырышлыҡ һалабыҙ”, – тип билдәләне Иғмәт ауыл советы башлығы Ришат Хәбибов. Илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект
Оглавление
    Йәшәү шарттары яҡшыра
Йәшәү шарттары яҡшыра

Йәшәү шарттары яҡшыра

Иғмәттә Мәҙәниәт йорто эш башланы

Илеш районының Иғмәт ауылында “Ғаилә” милли проектына ярашлы яңыртылған Мәҙәниәт йорто эш башланы.

Эш барышында биналағы бөтә бүлмәләр, сәхнә яңыртылды, газ менән йылытыу системаһы ҡуйылды. Объектты асыу көнөндә үҙешмәкәр коллективтар һәм район Мәҙәниәт йорто артистары концерт менән сығыш яһаны.

“Был ваҡиға яҡташтарыбыҙ тормошонда ҙур роль уйнай. Граждандарҙы инфраструктураны яҡшыртыуға әүҙем йәлеп итеү ауылда йәшәү өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыуға булышлыҡ итә. Беҙ һәр кеше үҙенең баһаһын белһен һәм тыуған яғын үҫтереүгә өлөш индерә алһын өсөн тырышлыҡ һалабыҙ”, – тип билдәләне Иғмәт ауыл советы башлығы Ришат Хәбибов.

Илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото:"Бәйләнештә" сайты.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!