Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тимурға–“тимер ат”

Яңы йыл алды Хәйбулла районының махсус хәрби операция ветераны Тимур Дәүләтбаев өсөн үҙенсәлекле булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уға ҡул менән идара итеүгә ҡулайлаштырылған автомобиль асҡысын тапшырҙы. Был бүләк хәрәкәт итеү сараһы ғына түгел, ә реабилитация һәм үҙаллылыҡ алыуға табан мөһим аҙым. Тимур, хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәтеп, ауыр яралана. I төркөм инвалиды. Ике аяғын да ампутациялағандар. Уның сыҙамлығы һәм ҡаһарманлығы юғары наградалар менән билдәләнә: II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби батырлыҡ өсөн” һәм генерал Шайморатов миҙалдары. Ҡул менән идара ителгән автомобиль махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы программаһы сиктәрендә бирелә. Был сара ауыр йәрәхәтләнгән ветерандарҙы кәрәкле техник реабилитация саралары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Айырыуса Тимур кеүек инвалид коляскаһында йөрөүселәргә йәки аяҡтарын парлы ампутациялағандарға иғтибар ҙур. Тимурҙың алда яңы пландары һәм ынтылыштары бар. Ул йорт һатып алырға
Оглавление
    Тимурға–“тимер ат”
Тимурға–“тимер ат”

Тимурға–“тимер ат”

Ҡул менән идара ителгән автомобиль махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы программаһы сиктәрендә бирелә

Яңы йыл алды Хәйбулла районының махсус хәрби операция ветераны Тимур Дәүләтбаев өсөн үҙенсәлекле булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уға ҡул менән идара итеүгә ҡулайлаштырылған автомобиль асҡысын тапшырҙы. Был бүләк хәрәкәт итеү сараһы ғына түгел, ә реабилитация һәм үҙаллылыҡ алыуға табан мөһим аҙым.

Тимур, хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәтеп, ауыр яралана. I төркөм инвалиды. Ике аяғын да ампутациялағандар. Уның сыҙамлығы һәм ҡаһарманлығы юғары наградалар менән билдәләнә: II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби батырлыҡ өсөн” һәм генерал Шайморатов миҙалдары.

Ҡул менән идара ителгән автомобиль махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы программаһы сиктәрендә бирелә. Был сара ауыр йәрәхәтләнгән ветерандарҙы кәрәкле техник реабилитация саралары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Айырыуса Тимур кеүек инвалид коляскаһында йөрөүселәргә йәки аяҡтарын парлы ампутациялағандарға иғтибар ҙур. Тимурҙың алда яңы пландары һәм ынтылыштары бар. Ул йорт һатып алырға һәм үҙен профессиональ спортҡа бағышларға хыяллана. Яңы автомобиль тулы һәм әүҙем тормошҡа ышаныслы ярҙамсы булһын.

Фото: “Хәйбулла хәбәрҙәре” сайтынан

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

-2