Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

19 ғинуар - Керәшен байрамы

Православ христиандар Иисус Христостың (Ғайса пәйғәмбәрҙең) суҡындырылыуын, йәғни Керәшен байрамын билдәләй. 18 ғинуарҙан 19-на ҡарай төндә махсус уйылған мәкеләргә сумып сафлана, ул өс көн дауам итә. Дини ышаныуҙар буйынса тап ошо көндәрҙә барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге һанала. Бөрйән районы хакимиәтенең 2026 йылдың 12 ғинуарындағы 1-р һанлы ҡарарына ярашлы, Иҫке Собханғол ауылындағы Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярына сыҡҡан күпер янында Дини ғибәҙәт ҡылыу һәм крещение сумыуҙары өсөн махсус урын билдәләнгән. 18 ғинуарҙан 19-на ҡарай төндә 20.00 сәғәттән 07.00 сәғәткә тиклем һыу инеү урынында ҡотҡарыусылар, полиция һәм ашығыс ярҙам хеҙмәттәре дежур итәсәк. Тулыраҡ уҡырға⏩ Беҙҙе уҡығыҙ: 🇷🇺 МАХ 📱ТГ 📱 ВК

19 ғинуар - Керәшен байрамы

Православ христиандар Иисус Христостың (Ғайса пәйғәмбәрҙең) суҡындырылыуын, йәғни Керәшен байрамын билдәләй. 18 ғинуарҙан 19-на ҡарай төндә махсус уйылған мәкеләргә сумып сафлана, ул өс көн дауам итә. Дини ышаныуҙар буйынса тап ошо көндәрҙә барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге һанала.

Бөрйән районы хакимиәтенең 2026 йылдың 12 ғинуарындағы 1-р һанлы ҡарарына ярашлы, Иҫке Собханғол ауылындағы Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярына сыҡҡан күпер янында Дини ғибәҙәт ҡылыу һәм крещение сумыуҙары өсөн махсус урын билдәләнгән. 18 ғинуарҙан 19-на ҡарай төндә 20.00 сәғәттән 07.00 сәғәткә тиклем һыу инеү урынында ҡотҡарыусылар, полиция һәм ашығыс ярҙам хеҙмәттәре дежур итәсәк.

Тулыраҡ уҡырға⏩

Беҙҙе уҡығыҙ:

🇷🇺 МАХ 📱ТГ 📱 ВК