Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм апай Бураҡаева социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Ризыҡ менән дауалау” рубрикаһын алып бара. Ул унда башлыса милли ризыҡтарыбыҙҙың шифаһы, дауалау үҙенсәлектәре тураһында яҙа. Ә был яҙмаһы күптәребеҙ яратып эшләгән, ҡулланған буҙаға ҡағылышлы. Ағинәйҙең теләк-кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ әле. “Буҙаның, ошолай эшләргә кәрәк, тигән күрһәтмәһе юҡ. Һәр кем үҙенсә яһай. Мин буҙа тураһында байтаҡ мәғлүмәт йыйҙым һәм уртаҡ талаптарҙан шуны әйтә алам. Буҙаның файҙалы сифаттары күп. Мин үҙ тәжрибәм менән уртаҡлашырға уйлайым. Ауылдан өс туған ҡустымдың ҡатыны – киленем шылтыратты: “Ҡайттыҡ. Үҙ аяғы менән йөрөгән сағында алып ҡайтығыҙ, оҙаҡҡа бармаҫ, тинеләр...” Барҙым ауылға, ҡусты менән киленгә. “Ашҡаҙанда теге әшәке ауырыу. Үпкәлә лә бар, тинеләр”, - ҡустым, әлбиттә, бик бойоҡ ине. "Буҙа ҡояйыҡ, килен!" - тип буҙа ҡойорға өйрәттем. Тик буҙаға, ғәҙәттә, тананың эс майын һалалар, беҙ бурһыҡ майы һалдыҡ. Кәзә һөтөнән эремсек, ҡатыҡ, ҡаймаҡ. Барыһы ла тик кәзә һө