Республиканың иң ҙур сәнәғәт үҙәктәренең береһе булған Салауат ҡалаһы, беренсенән юғары етештереү ҡеүәте менән һоҡландыра, икенсенән, бик күп матур парктар, скверҙар, мәҙәни-тарихи объекттар, үҙенсәлекле архитектура ҡарарҙары менән үҙенә ылыҡтыра. Яҡынса баһалау буйынса, тулайым тауар 2,8 триллион һумға еткән. Республика иҡтисады, 2024 йыл менән сағыштырғанда, 4,7 процентҡа артҡан.Төп секторҙарҙа, йәғни инвестицияларҙа, сәнәғәттә, төҙөлөштә, сауҙала, ауыл хужалығында ыңғай үҫеш күҙәтелә. Был Башҡортостан иҡтисадының тотороҡло үҫеше хаҡында һөйләй. Быйыл төп йүнәлештәрҙең юғары үҫеш темпы билдәләнде: ҡулланыусыға тейәп оҙатылған тауарҙар күләме, төп капиталға инвестициялар, эш хаҡы артты, социаль өлкә учреждениелары тотороҡло эшләне. Уҙған йылдың ыңғай һөҙөмтәләре араһында Салауат ҡалаһы бюджетының үтәлешен дә билдәләп үтәйек – үҙкилемдәре 27 процентҡа тиерлек артып, сығымдарҙы 94,4 процентҡа тиклем ҡаплауҙы тәьмин итергә мөмкинлек биргән. Был ҡаланың финанс йәһәтенән тотороҡлолоғон күр