Мишкә районы хакимиәте башлығы Лариса Александрова махсус хәрби операция биләмәһенән тыуған яҡтарына ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан һалдаттар менән осрашҡан. – Ил һаҡсылары менән төрлө йүнәлештә һөйләштек, фекер алыштыҡ, – ти Лариса Геннадьевна. – Уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу – һәр йәһәттән дә отошло. Мәҫәлән, "лента аръяғына" ниндәй ярҙам кәрәклеген әйттеләр, унда иң кәрәкле медикаменттарҙың исемлеген атанылар. Ватан һаҡсыларының һәр һүҙе беҙҙең өсөн ҡәҙерле. Лариса Александрова билдәләүенсә, мишкәләр батыр һәм рухлы. Улар өсөн дошмандан ҡурҡыу юҡ. Барыһы ла бурыстарын теүәл һәм аныҡ башҡара. Беҙгә билдәле булыуынса, Мишкә районы халҡы берҙәм һәм уңған. Ил һаҡсыларының ҡыйыу булыуҙары тураһында әйтергә лә түгел. Тимер һәм ҡорос менән бәйле позывнойлар алыуы шуға асыҡ миҫал. Фото: Оксана Килмәкәева.