Республикабыҙҙа МХО-ла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн “Башҡортостан Геройҙары” кадрҙар программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Күптән түгел уның белем биреү модуленең икенсе программаһы ғәмәлгә индерелде. Программала ҡатнашыусылар төбәк иҡтисады һәм финанстары темаһын өйрәнде, ниндәй йүнәлештәр һәм ҡарарҙар республика үҫешенә ыңғай тәьҫир итеүе тураһында белде. “Башҡортостан Геройҙары” программаһының тәүге модуле уҙған йәй “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркында асылғайны. Унда МХО ветерандары менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашты. “Беҙ ошо проектҡа бик етди һәм иғтибарлы ҡарайбыҙ. Ул Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың башланғысы менән ойошторолған “Геройҙар дәүере” федераль кадрҙар программаһының дауамы булып тора”, – ти Радий Фәрит улы. – “Унда ҡатнашырға теләүселәр һаны буйынса беҙҙең республика илдә беренсе урынды яуланы. Был иһә МХО ветерандарының ошо проектҡа ышынысын күрһәтә”. Фото: социаль селтәрҙән.