Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Агросәнәғәт комплексын үҫтереү өсөн

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Интеллектуаль геномика үҙәгенә киң мөмкинлектәргә эйә сканлай торған электрон микроскоп алынды. Хеҙмәткәрҙәр “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проекты (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) бурыстарына ярашлы эш алып бара, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү институтынының Биохимия һәм генетика институтынан. Геном технологиялары лабораторияһы ғилми хеҙмәткәрҙәре бактерияларҙы идентификациялауҙың яңы алымдарын үҙләштерә. Был эш “Генетика технологияларын ҡулланып һәм ҙур мәғлүмәттәрҙе анализлап, малсылыҡты үҫтереү өсөн һөҙөмтәле алымдар эшләү” мегагрантына ярашлы атҡарыла. Юғары етештереү ҡеүәтенә эйә, сканлай торған электрон микроскоп “Мелитэк” Рәсәй компанияһынан алынған. Ул һүрәттәрҙе яҡшы күрһәтә, вакуумдың ике режимы, алдан әҙерләнмәйенсә лә, һәр төрлө өлгөләрҙе өйрәнеү мөмкинлеген бирә. “Яңы микроскоп – лаборатория диагностикаһы һәм ғилми тикш
Оглавление
    Агросәнәғәт комплексын үҫтереү өсөн
Агросәнәғәт комплексын үҫтереү өсөн

Агросәнәғәт комплексын үҫтереү өсөн

"Мелитэк" компанияһынан алынған яңы микроскоп ниндәй мөмкинлектәргә эйә?

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Интеллектуаль геномика үҙәгенә киң мөмкинлектәргә эйә сканлай торған электрон микроскоп алынды. Хеҙмәткәрҙәр “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проекты (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) бурыстарына ярашлы эш алып бара, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү институтынының Биохимия һәм генетика институтынан.

Геном технологиялары лабораторияһы ғилми хеҙмәткәрҙәре бактерияларҙы идентификациялауҙың яңы алымдарын үҙләштерә. Был эш “Генетика технологияларын ҡулланып һәм ҙур мәғлүмәттәрҙе анализлап, малсылыҡты үҫтереү өсөн һөҙөмтәле алымдар эшләү” мегагрантына ярашлы атҡарыла. Юғары етештереү ҡеүәтенә эйә, сканлай торған электрон микроскоп “Мелитэк” Рәсәй компанияһынан алынған. Ул һүрәттәрҙе яҡшы күрһәтә, вакуумдың ике режимы, алдан әҙерләнмәйенсә лә, һәр төрлө өлгөләрҙе өйрәнеү мөмкинлеген бирә.

“Яңы микроскоп – лаборатория диагностикаһы һәм ғилми тикшеренеүҙәр өсөн ҡеүәтле инструмент. Ул ҡуҙғытыусыларҙы тиҙерәк, анығыраҡ билдәләү, уларҙың морфологияһын, биопленкаларҙы формалаштырыу механизмдарын өйрәнеү мөмкинлеген бирә”, – ти лаборатория етәксеһе Олег Гусев.

“Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектының төп маҡсаты – Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын үҫтереү һәм технология йәһәтенән бойондороҡһоҙлоғон тьәмин итеү. Һөҙөмтәлә илебеҙҙең донъя баҙарында позицияларын нығытыу мөмкинлеге артасаҡ.

Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йыл башынан тормошҡа ашырыла.

Фото: gtrkrb.ru