“Ғаилә" милли проектына (национальный проект ”Семья”) ярашлы, Республика клиник перинаталь үҙәгенең реанимация һәм интенсив терапия бүлексәһенә ике яңы аппарат алынды. АИТ-NO-01 ҡорамалы азот оксиды терапияһы өсөн ҡулланыла. Аппарат сабыйға азот оксидын – махсус дауалау газын бирә, уның дозаһын табиптар көйләй. Бындай терапия үпкә гипертензияһына дусар йәғни үпкә тамырҙарында баҫым юғары булған, шулай уҡ ҡаны кислород менән насар туйынған сабыйҙар өсөн бик мөһим. Яңы ҡорамалды ҡулланыу һөҙөмтәһендә сабыйҙарҙың ҡаны кислородҡа яҡшыраҡ туйына. Был үпкәне яһалма елләтеүҙән ҡотолдора һәм балаларҙың тиҙерәк һауығыуына булыша. “Аппараттар юғары технологиялы ярҙамды перинаталь үҙәктә алырға ярҙам итә, ауыр пациенттарҙы башҡа дарыуханаларға йөрөтөүҙән ҡотҡара. Был –республикала неонатологик ярҙамды үҫтереүҙә ҙур аҙым”, – тип билдәләне үҙәктең баш табибы Лиана Савина. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһи