Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бүл-Ҡайпанда һыу яҡшырҙы

Тәтешле районының Бүл-Ҡайпан ауылында һыу резервуарҙарын яңырттылар. Һөҙөмтәлә һыу сифаты яҡшырҙы, уның баҫымы артты, ә электр энергияһына сығым кәмене. Быларҙың барыһы ла “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Был хаҡта Тәтешле районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр. Эш барышында белгестәр 50 метр инженер селтәрҙәрен яҡшыртҡан. 30 һәм 60 кубометр күләмле ике резервуарҙы 90 кубометрлы заманса берәүгә алмаштырғандар. Ә уны хәүефһеҙ файҙаланыу өсөн ҡойма менән уратып алғандар. Белгестәр шулай уҡ электр ҡорамалдарын, эш өсөн кәрәкле насостарҙы һәм идара итеү системаһын монтажлаған. “Һыу сифаты күпкә яҡшырҙы, баҫым артты, электр энергияһына сығымдар кәмене. Был проектты быйыл тамамлауыбыҙға шатбыҙ”, - тип белдергән Бүл-Ҡайпан ауыл хакимиәте башлығы Флүр Зиннәтуллин. Сығанаҡ: Тәтешле районы хакимиәте.
Оглавление
    Бүл-Ҡайпанда һыу яҡшырҙы
Бүл-Ҡайпанда һыу яҡшырҙы

Бүл-Ҡайпанда һыу яҡшырҙы

Был хаҡта Тәтешле районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр

Тәтешле районының Бүл-Ҡайпан ауылында һыу резервуарҙарын яңырттылар. Һөҙөмтәлә һыу сифаты яҡшырҙы, уның баҫымы артты, ә электр энергияһына сығым кәмене. Быларҙың барыһы ла “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Был хаҡта Тәтешле районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Эш барышында белгестәр 50 метр инженер селтәрҙәрен яҡшыртҡан. 30 һәм 60 кубометр күләмле ике резервуарҙы 90 кубометрлы заманса берәүгә алмаштырғандар. Ә уны хәүефһеҙ файҙаланыу өсөн ҡойма менән уратып алғандар. Белгестәр шулай уҡ электр ҡорамалдарын, эш өсөн кәрәкле насостарҙы һәм идара итеү системаһын монтажлаған.

“Һыу сифаты күпкә яҡшырҙы, баҫым артты, электр энергияһына сығымдар кәмене. Был проектты быйыл тамамлауыбыҙға шатбыҙ”, - тип белдергән Бүл-Ҡайпан ауыл хакимиәте башлығы Флүр Зиннәтуллин.

Сығанаҡ: Тәтешле районы хакимиәте.