Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡулдары – йәмғиәттең йөрәк тибешендә

Бөгөн – Рәсәй матбуғаты көнө. Журналистарҙың, гәзит һәм журнал редакциялары хеҙмәткәрҙәренең, матбуғат баҫмалары нәшер итеүселәрҙең һөнәри байрамы. “Һеҙ тыуған республикабыҙҙың йылъяҙмаһын алып бараһығыҙ, ҡулдарығыҙ – уның йөрәк тибешендә, замандың мөһим мәсьәләләренә яуап табышырға ярҙам итәһегеҙ, йәмғиәттең әхлаҡи нигеҙен нығытыуға тос өлөш индереһәгеҙ. Республика беҙҙең масс-медианың бай тел палитраһы – башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, удмурт телдәрендә сығыуы – менән ғорурлана. Бөтә журналистика йәмғиәтенә уңышлы эәш, яңы ижади үрҙәре, сәләмәтлек теләйем!” – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Бөгөн беҙҙең республикала алты телдә 146 баҫма нәшер ителә. Уларҙа баҫылған төрлө жанрҙағы мәҡәләләр, ймғиәттең төрлө тарафтарынан килгән мәғлүмәт республикалағы сәйәси, мәҙәни, иҡтисади, социаль тормошон сағылдырыусы тарихи яҡтан әһәмиәтле, мөһим яҙмалар булып тора. Был һөнәри байрамдың тарихы тарих төпкөлөнә алып китә. Бөйөк Петр Указына ярашлы, Рәсәй империяһында беренсе матбуғат б
Оглавление
    Ҡулдары – йәмғиәттең йөрәк тибешендә
Ҡулдары – йәмғиәттең йөрәк тибешендә

Ҡулдары – йәмғиәттең йөрәк тибешендә

Бөгөн – Рәсәй матбуғаты көнө. Журналистарҙың, гәзит һәм журнал редакциялары хеҙмәткәрҙәренең, матбуғат баҫмалары нәшер итеүселәрҙең һөнәри байрамы.

Бөгөн – Рәсәй матбуғаты көнө. Журналистарҙың, гәзит һәм журнал редакциялары хеҙмәткәрҙәренең, матбуғат баҫмалары нәшер итеүселәрҙең һөнәри байрамы.

“Һеҙ тыуған республикабыҙҙың йылъяҙмаһын алып бараһығыҙ, ҡулдарығыҙ – уның йөрәк тибешендә, замандың мөһим мәсьәләләренә яуап табышырға ярҙам итәһегеҙ, йәмғиәттең әхлаҡи нигеҙен нығытыуға тос өлөш индереһәгеҙ. Республика беҙҙең масс-медианың бай тел палитраһы – башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, удмурт телдәрендә сығыуы – менән ғорурлана. Бөтә журналистика йәмғиәтенә уңышлы эәш, яңы ижади үрҙәре, сәләмәтлек теләйем!” – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Бөгөн беҙҙең республикала алты телдә 146 баҫма нәшер ителә. Уларҙа баҫылған төрлө жанрҙағы мәҡәләләр, ймғиәттең төрлө тарафтарынан килгән мәғлүмәт республикалағы сәйәси, мәҙәни, иҡтисади, социаль тормошон сағылдырыусы тарихи яҡтан әһәмиәтле, мөһим яҙмалар булып тора.

Был һөнәри байрамдың тарихы тарих төпкөлөнә алып китә. Бөйөк Петр Указына ярашлы, Рәсәй империяһында беренсе матбуғат баҫмаһы — «Ведомости» гәзите сыға башлаған тарихи датаға бәйле. Рәсәй Федерацияһы Юғары советы Президиумы тарафынан 1991 йылдың 28 декабрендә 3043-1 ҡарар менән булдырыла.

1703 йылдың 2 ғинуарында (яңы стиль буйынса 13 ғинуар) Мәскәүҙә урыҫ телендә «Ведомости» гәзитенең беренсе һаны донъя күрә. Баҫма тулыһынса «Мәскәү дәүләтендә һәм тирә-яҡтағы сит илдәрҙә булған, белергә һәм иҫкә алырға лайыҡлы хәрби һәм башҡа эштәр тураһында хәбәрҙәр» («Ведомости о военных и иных делах, достойных знания и памяти, случившихся в Московском Государстве и во иных окрестных странах») тип атала. Петр Беренсе гәзитте реформалар үткәреү өсөн көрәштә һәм Рәсәй империяһының ҡеүәтен раҫлауҙа мөһим сара итеп ҡарай. Гәзит Мәскәүҙә лә, Санкт-Петербургта ла нәшер ителә һәм даими атамаһыҙ, төрлөсә йөрөтөлә — «Ведомости», «Российские ведомости», «Ведомости Московские».

1870 йылдың 1 ғинуарынан «юғарынан төшкән бойороҡ» буйынса, «тәжрибә рәүешендә почта учреждениеларында урыҫ һәм сит телдәрҙәге ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ойошторорға» рөхсәт ителә. Был Рәсәйҙә матбуғатҡа яҙылыу буйынса беренсе ҡарар була. Ә инде 1914 йылға илдә 3 меңдән ашыу ваҡытлы матбуғат баҫмаһы сыға.

2009 йыл башына Рәсәй Федерацияһында 33 меңдән ашыу баҫма матбуғат сараһы теркәлгән. Көн һайын, уртаса алғанда, 20 миллион дана гәзит һәм журнал таратыла.

1997 йылдан алып Рәсәй матбуғаты көнөндә киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә Рәсәй Президенты премиялары һәм йәш журналистарҙың проекттарына ярҙам итеү маҡсатында гранттар тапшырыла.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов, матбуғатҡа 40 йылдан ашыу хеҙмәт итеүсе фотожурналист.