Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов социаль селтәрҙәге битендә алғы һыҙыҡтағы яҡташтарына ҙур ярҙам күрһәткән эшҡыуарҙар берлегенә рәхмәт белдерҙе. Фидан Балағутдинов менән Фәнис Хәлитов ысын илһөйәрлек өлгөһө күрһәткән. Меценаттар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 350 мең һумлыҡ биш ишекле “Нива” автомобиле һатып алған. Ҡырыҫ һуғыш шарттарында техника яҡшы эшләһен өсөн эшҡыуарҙар запчасть һәм бензин өсөн өҫтәмә рәүештә 20 мең һум аҡса бүлгән. Район етәксеһе транспортты ремонтлаған һәм техник яҡтан хеҙмәтләндергән оҫталарға ла ҙур рәхмәт белдерҙе. Рәмил Әхмәтдинов менән Наил Хөсәйенов машинаны хәрби бурыстарҙы хәл итеүгә тулыһынса әҙерләгән. Автомобиль “Ермак” позывнойлы яҡташтарының һорауы буйынса һатын алынған. Техниканы фронтҡа Әрибаш ауылы егете, “Мин” позывнойлы яугир алып бара. Ул ағаһы “Ермак” менән иңгә-иң терәп Ватан һағында тора. “Егеттәребеҙҙең барыһына уңыштар, ныҡлы тыл теләйбеҙ. Һеҙҙең иҫән-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ!” – тип яҙ