Башҡортостан Республикаһы “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект “Экологическое благополучие”) булышлыҡ итеү маҡсатында Рәсәйҙә уҙғарылған “Хәтер баҡсаһы” акцияһын тормошҡа ашырыу буйынса ил лидерҙарының береһе тип танылды, тип хәбәр иттеләр төбәктең Урман хужалығы министрлығында. Рейтингты төҙөгәндә сараларҙа ҡатнашыусылар һаны, тамырланған ағастар күләме һәм медиала күренеп тороуы иҫәпкә алынған. Акцияға йомғаҡ 2025 йылда Мәскәүҙә яһалды. "Хәтер баҡсаһы" ике төп составты үҙ эсенә ала: бөтә быуын Ватанды һаҡлаусылар хәтерен мәңгеләштереү һәм төбәктә урманды тергеҙеүгә өлөш индереү. 2025 йылда Башҡортостанда 470 гектар самаһы майҙанда 1,8 миллиондан ашыу йәш ағас ултыртылған. Был һандар артында — йөҙҙәрсә мең кешенең хеҙмәте", - тип һөйләне республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. “Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айыры