! Тамырҙарында башҡорт ҡаны аҡҡан билдәле хоккейсы Марат Хөснөтдинов «Бостон Брюинз» һәм «Нью-Йорк Рейнджерс» командалары араһындағы уйында дүрт шайба индерҙе❤️ Был — бик һирәк ҡаҙаныш: ул XXI быуатта НХЛ-дың бер уйынында 4 гол (покер) яһаған туғыҙынсы Рәсәй уйынсыһы булды. Был миҙгелдә уның 40 уйында 20 мәрәйе бар. «Минең бөтә туғандарым — башҡорттар», — тип һәр ваҡыт ғорурланып һөйләй Марат. Уның олатаһы менән өләсәһе Өфөлә йәшәй. Афарин, яҡташ!