Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Илеш егете Илһөйә Бәҙретдиноваға ниндәй бүләк тапшырған?

Был көндәрҙә башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр йырсыһы Илһөйә Бәҙретдинованың Башҡортостанда гастролдәре бара. Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәйҙә үткән концертта йырсыға бер ир -егет хәтәр шәп бүләктәр алып килгән. Был хаҡтағы видеоны йырсы Интернет селтәрендә баҫтырған. “Мин концертҡа килгәнсә, Интернетта яҙылыусыларҙан һораным: һиңә ниндәй бүләк алып килергә тип. Сәскә яратмайһың,тинеләр. Ашарға ярата ул, шәп бүләк булыр, тинеләр. Шуға күрә һиңә ауыл һөтөнөң өҫтөн – ҡаймаҡ алып килдем. Бөгөн генә әсәйем айыртты. Бында тағы ла ауыл һөтө, минең автографым да бар. Беҙҙең яҡта миндек тиҙәр, һеҙҙә һепертке буғай. Шуны ла хөрмәт итеп алырһың, тип ышанам. Беҙҙең яҡта шундай матур концерт ҡуйғанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт”, - ти ир-егет. Бына хәҙер һеҙ ҙә белдегеҙ инде, Илһөйә Бәҙретдинованың нимәләр яратҡанын... Һеҙҙең яҡта концерт ҡуйһалар, мотлаҡ сәскә гөлләмәләре түгел, ә ашарға берәй тәмле әйбер алып барығыҙ! Фото: Видеонан скриншот Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortost
Оглавление
    Илеш егете Илһөйә Бәҙретдиноваға ниндәй бүләк тапшырған?
Илеш егете Илһөйә Бәҙретдиноваға ниндәй бүләк тапшырған?

Илеш егете Илһөйә Бәҙретдиноваға ниндәй бүләк тапшырған?

"Беҙҙең яҡта миндек тиҙәр, һеҙҙә һепертке буғай. Шуны ла хөрмәт итеп алырһың, тип ышанам", - тигән ул.

Был көндәрҙә башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр йырсыһы Илһөйә Бәҙретдинованың Башҡортостанда гастролдәре бара. Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәйҙә үткән концертта йырсыға бер ир -егет хәтәр шәп бүләктәр алып килгән. Был хаҡтағы видеоны йырсы Интернет селтәрендә баҫтырған.

“Мин концертҡа килгәнсә, Интернетта яҙылыусыларҙан һораным: һиңә ниндәй бүләк алып килергә тип. Сәскә яратмайһың,тинеләр. Ашарға ярата ул, шәп бүләк булыр, тинеләр.

Шуға күрә һиңә ауыл һөтөнөң өҫтөн – ҡаймаҡ алып килдем. Бөгөн генә әсәйем айыртты. Бында тағы ла ауыл һөтө, минең автографым да бар. Беҙҙең яҡта миндек тиҙәр, һеҙҙә һепертке буғай. Шуны ла хөрмәт итеп алырһың, тип ышанам.

Беҙҙең яҡта шундай матур концерт ҡуйғанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт”, - ти ир-егет.

Бына хәҙер һеҙ ҙә белдегеҙ инде, Илһөйә Бәҙретдинованың нимәләр яратҡанын... Һеҙҙең яҡта концерт ҡуйһалар, мотлаҡ сәскә гөлләмәләре түгел, ә ашарға берәй тәмле әйбер алып барығыҙ!

Фото: Видеонан скриншот

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!