Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы майҙансығында Өфө дәүләт нефть техник университетының Реверсив инжиниринг үҙәге эшләй. Ул конструкторҙар бюроһы өсөн ихтыяжлы хеҙмәттәрҙе башҡара. Санкция баҫымы һәм логистик сылбырҙарҙың өҙөклөгө һөҙөмтәһендә предприятиелар комплектлау ҡорамалдарының етмәүе, ҡорамалдарҙы ремонтлауҙа һәм хеҙмәтләндереүҙә өҙөклөктәр менән осраша. Ошо мәсьәләләрҙе хәл итергә реверсив инжиниринг ярҙам итә, ул өлгөһө йәки үлсәүҙәре буйынса деталдең геометрияһы тергеҙелә, конструктор документацияһы әҙерләнә һәм әҙерләү технологияһы һайлап алына. Үҙәк Өфө дәүләт нефть техник университетының Нефть-газ инжинирингы һәм һанлы технологиялар институтында булдырылған һәм ике майҙансыҡта – институтта һәм вуз-ара кампус базаһында эшләй. Һуңғы йылда үҙәктең командаһы сәнәғәт өсөн бер нисә практик проектты бойомға ашырҙы. Улар араһында ҡатмарлы профилле ҡойоу өҫтө булған тау мәғдәне машиналары деталдәренең ҡаты геометрияһын тергеҙеү, шулай уҡ ҡатышма ҡорамалдар р
Был үҙәк импортты алмаштырыу мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итә
12 января12 янв
1 мин