Өфө вуз-ара кампусы резиденты – Өфө дәүләт нефть техник университеты “Нефть һәм газ буйынса белем биреү” платформаһында яңы онлайн-курстар урынлаштырыуы тураһында хәбәр итте. Теләге булған һәр кем «Төҙөлөштә ер ҡатламдары механикаһы», «Подстанциялар һәм селтәрҙәр өсөн электр ҡорамалдары», «Realtime Landscaping Architect программаһында ландшафт дизайны» «Пилотһыҙ авиация системаларының төп нигеҙҙәре» программалары менән таныша һәм белем эстәй ала. «Төҙөлөштә ер ҡатламдары механикаһы» онлайн-курсын «Нефть һәм газ сәнәғәте объекттарын проектлау һәм төҙөү» кафедраһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән. Унда төрлө программа комплекстарында тупраҡтың көсөргәнешле деформация хәлен моделләштереү һәм баһалау күрһәтелгән. Курсҡа яҙылыусылар шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университетының торба үткәреү транспорты факультетындағы тупраҡ ер ҡатламдары лабораторияһында тупраҡты һынауҙың төп методикалары менән танышасаҡ. Бышҡа йүнәлештәр буйынса ла уҡыуҙар бик йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы итеп ойоштороласаҡ. Бөтә яңы