Яңы йыл байрамын бергәләп ғаилә менән ҡаршылауҙан да күңелле мәл юҡтыр. Ватан һағында торған һалдаттың – яратҡан тормош иптәшеңдең, хәстәрлекле атай һәм кейәүҙең алғы һыҙыҡтан байрамға ҡайтыуы ғаилә өсөн икеләтә шатлыҡ. Федоровка районының Үрге Яуыш ауылында тыуып үҫкән, район ойошмаларының береһендә етәксе вазифаһын биләгән уҙаман, махсус хәрби операция башланғас, ил яҙмышы хәл ителгәндә үҙенең ситтә тороп ҡала алмаясағын аңлай. “Ҡайнар” нөктәләрҙә хеҙмәт итеү тәжрибәһенең унда ла файҙалы булыу мөмкинлеген белә. Белеме буйынса ветеринар булғанлыҡтан, медицина ярҙамы күнекмәләренә эйә булыуы ла ныҡлы ҡарар ҡабул итеүгә этәрә, тип яҙа “Ашҡаҙар таңдары”. Ысынлап та, ул батальондың медицина взводына эләгә, өҫтәмә хәрби әҙерлек үтә. “Кореш” позывнойлы сержант санинструктор, медицина взводы бүлексәһе командиры вазифаларын атҡара. Уларҙың батальоны әле ауыр һуғыштар барған Херсон өлкәһендә. “Беҙ беспилотниктарға ҡаршы көрәшергә өйрәндек. Ә улар ике яҡтан да бик күп. Һыуыҡтарҙы үткәреү өсөн