Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Иҫке лифттар ҡалманы

2023-2025 йылдарҙа күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау республика программаһы сиктәрендә Башҡортостанда 2 369 бинала дөйөм суммаһы 16,3 миллиард һумға 2 600 эш төрө башҡарылды. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “Башҡортостан Республикаһының Төбәк операторы” фондының генераль директоры Павел Сафонов хәбәр итте. Атап әйткәндә, 2025 йылда 272 йорттоң ҡыйығы һәм 71 бинаның фасады ремонтланған. Бынан тыш, 623 лифт алмаштырыла, 107 йортта һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу системалары, 38 йортта электр менән тәьмин итеү, 26 йортта йылылыҡ менән тәьмин итеү, 15 бинала газ менән тәьмин итеү ремонтлана. Был 130,9 мең кешенең йәшәү шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Фондтың генераль директоры билдәләүенсә, Башҡортостан илдең 25 йыллыҡ норматив файҙаланыу ваҡыты тамамланған лифттарҙы тулыһынса алмаштырған тәүге төбәктәренең береһе булды. 2026-2028 йылдарға пландарҙа – 1 354 йортта 1 428 эш төрөн башҡарыу. Шул иҫәптән 856 бинаның ҡыйығын ре
Оглавление
    Иҫке лифттар ҡалманы
Иҫке лифттар ҡалманы

Иҫке лифттар ҡалманы

Башҡортостандың күп фатирлы йорттарында файҙаланыу ваҡыты тамамланған бөтә лифттарҙы алмаштырҙылар.

2023-2025 йылдарҙа күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау республика программаһы сиктәрендә Башҡортостанда 2 369 бинала дөйөм суммаһы 16,3 миллиард һумға 2 600 эш төрө башҡарылды. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “Башҡортостан Республикаһының Төбәк операторы” фондының генераль директоры Павел Сафонов хәбәр итте.

Атап әйткәндә, 2025 йылда 272 йорттоң ҡыйығы һәм 71 бинаның фасады ремонтланған. Бынан тыш, 623 лифт алмаштырыла, 107 йортта һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу системалары, 38 йортта электр менән тәьмин итеү, 26 йортта йылылыҡ менән тәьмин итеү, 15 бинала газ менән тәьмин итеү ремонтлана. Был 130,9 мең кешенең йәшәү шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирә.

Фондтың генераль директоры билдәләүенсә, Башҡортостан илдең 25 йыллыҡ норматив файҙаланыу ваҡыты тамамланған лифттарҙы тулыһынса алмаштырған тәүге төбәктәренең береһе булды. 2026-2028 йылдарға пландарҙа – 1 354 йортта 1 428 эш төрөн башҡарыу. Шул иҫәптән 856 бинаның ҡыйығын ремонтларға һәм 461 лифтты яңыртырға.

– Фонд халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Капиталь ремонт эштәре башланыр алдынан техник күҙәтеү, подряд ойошмалары белгестәре ҡатнашлығында халыҡ менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ, – тине Павел Сафонов. – Эштәрҙең сифатын контролдә тотоу былтыр халыҡтан мөрәжәғәттәр һанын 2023 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға кәметергә мөмкинлек бирҙе.

Башҡортостан Башлығы үткәрелгән эш һөҙөмтәләрен, шул иҫәптән лифттарҙы алмаштырыу буйынса ла юғары баһаланы, был күп фатирлы йорттарҙа хәүефһеҙ йәшәүҙе тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә.

– Был бик мөһим йүнәлеш. Халыҡҡа капиталь ремонт үтәлеше хаҡында һөйләргә кәрәк, сөнки улар үҙ аҡсаларын ошо маҡсатҡа күсерә, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостанбашлығы сайты.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!