Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Ғинуар айына һынамыштар

: ❄Егермеһендә һыуыҡ булһа, йәй эҫе килер. ❄Егерме дүртендә бәҫ тотһа, йәй ямғырлы килер. ❄Һуҡыр сысҡан ояһынан ғинуарҙа сыҡһа, май һалҡын булыр. ❄Ғинуар ҡарһыҙ һәм һалҡын булһа, йәй ҡоро һәм эҫе була. ❄Ғинуарҙа боҙбармаҡтар күп икән, яҡшы уңыш көт. ❄Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар күп булһа, йәй ямғырлы була. ❄Ғинуарҙа ағас ботаҡтары боҙланып ҡатһа, сәтләүек һәм еләк-емеш күп булыр. ❄Ғинуар һалҡын булһа, июль ҡоро һәм эҫе була. ❄Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор. Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр. ❄Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуыр. Көн аяҙ, матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр. ❄Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр. ❄Мейестә утын шартлап янһа – әсе һыуыҡтарға. ❄Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа, әсе һыуыҡҡа. Ҡаҙҙар ҡанат ҡаҡһа – сатнама һыуыҡҡа, ә инде һыуҙа йыуына башлаһа, тиҙҙән йылытыр. ❄Ҡоштар ҡарға йә ағастың аҫҡы ботаҡтарына ҡунаҡлаһа, тиҙҙән епшек көндәр килер, әгәр ағастың башына ултырһа – әсе һыуыҡтарға. ❄Тумыртҡаның ғинуарҙа туҡылда

Ғинуар айына һынамыштар:

❄Егермеһендә һыуыҡ булһа, йәй эҫе килер.

❄Егерме дүртендә бәҫ тотһа, йәй ямғырлы килер.

❄Һуҡыр сысҡан ояһынан ғинуарҙа сыҡһа, май һалҡын булыр.

❄Ғинуар ҡарһыҙ һәм һалҡын булһа, йәй ҡоро һәм эҫе була.

❄Ғинуарҙа боҙбармаҡтар күп икән, яҡшы уңыш көт.

❄Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар күп булһа, йәй ямғырлы була.

❄Ғинуарҙа ағас ботаҡтары боҙланып ҡатһа, сәтләүек һәм еләк-емеш күп булыр.

❄Ғинуар һалҡын булһа, июль ҡоро һәм эҫе була.

❄Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор. Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.

❄Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуыр. Көн аяҙ, матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр.

❄Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.

❄Мейестә утын шартлап янһа – әсе һыуыҡтарға.

❄Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа, әсе һыуыҡҡа. Ҡаҙҙар ҡанат ҡаҡһа – сатнама һыуыҡҡа, ә инде һыуҙа йыуына башлаһа, тиҙҙән йылытыр.

❄Ҡоштар ҡарға йә ағастың аҫҡы ботаҡтарына ҡунаҡлаһа, тиҙҙән епшек көндәр килер, әгәр ағастың башына ултырһа – әсе һыуыҡтарға.

❄Тумыртҡаның ғинуарҙа туҡылдауы – иртә яҙға.

❄Ғинуарҙа ҡар ни тиклем күберәк булһа, көҙ икмәк мул булыр.

❄Ғинуарҙың икенсе яртыһы ҡояшлы торһа, уңыш яҡшы була.

❄Ғинуарҙа ҡоро һәм һалҡын булһа, яҙын ҡар тиҙ иреп бөтә.