Йомаштың «Суета» һәм Сәйғәфәрҙең «Удача» командалары ҡатнашты. Йылғырлыҡҡа, отҡорлоҡҡа,зирәклеккә көс һынашты йәштәр. Быйылғы «Ҙур һәм татыу ғаилә» йылына арнап төшөргән рассамдары бик оҡшаны. Һәр ярыш сәм, дәрт менән башҡарылды. Йәштәр бик белемле икәндәрен күрһәттеләр үҙҙәрен, бирелгән һорауҙарға тапҡыр яуап бирәләр Афариндар! Йырлап та, бейеп тә күрһәтте егет һәм ҡыҙҙар. Ярыш булғас еңеүсеһе лә була Сәйғәфәрҙең «Удача» командаһы Йомаш йәштәренең «Суета» командаһын ике мәрәйгә күберәк йыйып еңеүсе булдылар. Уңыштар һеҙгә, ҡәҙерле йәштәр!" - тип хәбәр итте мәҙәни ойоштороусы Лена Риф ҡыҙы.
"Йәштәрҙең ялын күңелле нотала тамамлап ҡуйыу маҡсаты менән Йомаш ауылы йәштәрен күңелле ял кисәһенә саҡырҙым
11 января11 янв
~1 мин