Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өшкөрөү килештеме, әллә дауалаумы?

Байтаҡ йылдар элек булған был ваҡиғаны Сәриә апай әле булһа ғәжәп итеп хәтергә ала. – Ҡыҙым Ләйләгә ул ваҡытта ике йәш самаһы булғандыр. Йүгереп йөрөгән алсаҡ ҡына балам ҡапыл ғына сирләп аяҡтан йығылды. Ашамай ҙа, эсмәй ҙә, уйнамай ҙа – тик ята. Һалҡын тейгән һымаҡ билдәләре лә юҡ. Бер ҡайҙан йығылманы ла. Бик ныҡ ҡурҡыуға ҡалып, йәһәтләп дауаханаға алып киттек. Унда төрлө яҡлап тикшерҙеләр, ләкин сәбәбен аныҡлап әйтә алманылар. Ҡыҙымдың хәле рәтләнмәүенә борсолоп, бер туған апайым күрәҙәсегә сығып китте. Уның яуабы бер булған: “Бәләкәскә күҙ тейгән, өшкөрөргә кәрәк!”. Бер ярҙамһыҙ, ҡуҙғалмай ҙа ятҡан ҡыҙымды нимә эшләтергә лә белмәй өҙгөләнгәнемдә, был сараны ла ҡулланып ҡарарға булдым. Оҙаҡҡа һуҙмай, байтаҡ йылдар намаҙҙа булған оло йәштәге ҡәйнәмде саҡырҙым. Тиҙ арала ирем уны район үҙәгенә дауаханаға килтерҙе. Табиптар күмәк кешене үткәрергә теләмәһә лә, һуңынан ризалашты. Ҡәйнәм доғаларын, ҡыҙыма өрөп-өрөп, бик ихлас уҡыны.. Әллә өшкөрөү килеште, әллә дауалауҙың файҙаһы тейҙе
Оглавление
    Өшкөрөү килештеме, әллә дауалаумы?
Өшкөрөү килештеме, әллә дауалаумы?

Өшкөрөү килештеме, әллә дауалаумы?

Сабыйҙың шәбәйеп китеүенә яҡындары һаман яуап таба алмай

Байтаҡ йылдар элек булған был ваҡиғаны Сәриә апай әле булһа ғәжәп итеп хәтергә ала.

– Ҡыҙым Ләйләгә ул ваҡытта ике йәш самаһы булғандыр. Йүгереп йөрөгән алсаҡ ҡына балам ҡапыл ғына сирләп аяҡтан йығылды. Ашамай ҙа, эсмәй ҙә, уйнамай ҙа – тик ята. Һалҡын тейгән һымаҡ билдәләре лә юҡ. Бер ҡайҙан йығылманы ла. Бик ныҡ ҡурҡыуға ҡалып, йәһәтләп дауаханаға алып киттек. Унда төрлө яҡлап тикшерҙеләр, ләкин сәбәбен аныҡлап әйтә алманылар. Ҡыҙымдың хәле рәтләнмәүенә борсолоп, бер туған апайым күрәҙәсегә сығып китте. Уның яуабы бер булған: “Бәләкәскә күҙ тейгән, өшкөрөргә кәрәк!”.

Бер ярҙамһыҙ, ҡуҙғалмай ҙа ятҡан ҡыҙымды нимә эшләтергә лә белмәй өҙгөләнгәнемдә, был сараны ла ҡулланып ҡарарға булдым. Оҙаҡҡа һуҙмай, байтаҡ йылдар намаҙҙа булған оло йәштәге ҡәйнәмде саҡырҙым. Тиҙ арала ирем уны район үҙәгенә дауаханаға килтерҙе. Табиптар күмәк кешене үткәрергә теләмәһә лә, һуңынан ризалашты. Ҡәйнәм доғаларын, ҡыҙыма өрөп-өрөп, бик ихлас уҡыны..

Әллә өшкөрөү килеште, әллә дауалауҙың файҙаһы тейҙе, икенсе көнгә иртәнсәккә ҡыҙым күҙҙәрен асты, хәлһеҙ генә итеп булһа ла тороп ултырҙы, өҫтәлдә ятҡан бананға үрелде. Шатлығымдың сиге булманы. Башым күккә тейҙе. Иң беренсе булып ҡәйнәмә шылтыраттым:

– Ҡәйнәм, Ләйлә тороп ултырҙы бит. Мең рәхмәт! Һинең генә доғаң килешкәндер! – тинем, һөйөнөсөмдән ни эшләргә белмәй.

– Аллаға шөкөр, балам. Уға рәхмәт әйт. Аллаһ ҡушмаған эш булмай, – тип ҡәйнәм дә шатлығынан илап ебәрҙе.

Бер нисә көндән беҙҙе дауахананан сығарҙылар. Түшәккә йығылып сирләүенең сәбәбен барыбер белә алманыҡ. Әле булһа аңлай алмайым. Өшкөрөү шулай килештеме ҡыҙыма, әллә дауалауҙың файҙаһы тейҙеме?

Автор фотоһы.