Һоло төнәтмәһе, бутҡаһы, буҙа, кеҫәле... Нисек кенә әҙерләп ҡулланһаҡ та, ул файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтмай. Һоло кеҫәле - ашҡаҙан, бауыр, бөйөрҙәр өсөн бик файҙалы аҙыҡ. Ул үттәге, бәүел ҡыуығындағы ташты иретеү, ҡандағы холестерин күләмен кәметеү һәләтенә эйә. Һоло - көс-хәл бирә, күңел төшөнкөлөгөнән арындыра торған ризыҡ. Артыҡ ауырлыҡты ла, белеп ҡулланғанда, уның ярҙамында кәметергә була. Һолонан кеҫәл эшләү тураһында уйланһағыҙ, түбәндәге рецепт - иң ябайы. Тәүҙә кәрәкле ингредиенттарҙы теүәлләп алабыҙ: 1 стакан һоло ярмаһы йәки яҫмығы (тиҙ бешә йәки бешермәйенсә ҡуллана торғандары бармай), 5 стакан һыу, бал. Быяла һауыттағы һолоға ҡайнап һыуыған һыу ҡоябыҙ, бер киҫәк арыш икмәге лә ҡушып, һауыттың ауыҙын ҡаплап йылы урынға 24-36 сәғәткә ултыртып ҡуябыҙ, йәғни аҡ күперектәр барлыҡҡа килгәнсә. Шунан шыйығын ике ҡат марля аша айырып һөҙөп алабыҙ - ул ҡуйы һөт кеүек булырға тейеш. Ныҡ ҡуйы икән, һыу өҫтәргә була. Кәстрүлдәге шыйыҡсаны һүрән утҡа ҡайнатырға ҡуябыҙ, бер семтем тоҙ ө