Бәхетле булыу өсөн тәү сиратта һау-сәләмәт булыу кәрәк. Һәр саҡ яҡшы кәйефтә булырға тырышығыҙ, юғиһә насар уйҙар, асыу, нәфрәт, көнсөллөк иммунитетты ҡаҡшата, алама сирҙәргә юл асыла, бигерәк тә йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу ағзалары зыян күрә. Был ғына түгел, асыу тойғоһо организмды ҡартайта ла. Шуға ниндәй ҙә булһа проблемалар борсой икән, улар тураһында уртаға һалып һөйләшергә, асыҡларға һәм шул уҡ ваҡытта тыныслыҡ һаҡларға тырышығыҙ. Барыһы ла үҙегеҙгә бәйле. Ошо хаҡта онотмағыҙ. Һаулыҡты аҡсаға һатып алып булмай. Һаулыҡ – ҙур байлыҡ. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух. Һаҡланған – һаулыҡҡа туйған. Һаҡланғандан үлем дә һаҡлана. Элек-электән халҡыбыҙ тиккә генә тапҡыр мәҡәл-әйтемдәр ҡалдырмаған, ошо хаҡта онотмайыҡ. Һаулыҡ тураһында хәстәрлек күреү – сирләгәндә генә түгел, һау саҡта ла табипҡа күренеү, тигәнде аңлата. Был иһә төрлө ауырыуҙарҙы ваҡытында “ауыҙлыҡларға” булышлыҡ итә. Юғиһә күптәр, мәҫәлән, йөрәк ныҡлап сәнсә, тын алыуы ауырлаша, һыҙланыу көсәйә башлағас ҡына, медицина хе