Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Ни өсөн ҡышын өйҙәрҙә янғындар йышыраҡ сыға

? Һыуыҡтар башланыу менән, ҡотҡарыу хеҙмәттәре янғындар һанының артыуын теркәй. Үҫеш уртаса 30 процент тәшкил итә. Белгестәр әйтеүенсә, янғындарҙың төп сәбәптәренең береһе – газ сығыуы. Кемдер йылыныр өсөн газ плитәһен тоҡандыра һәм уны ҡарауһыҙ ҡалдыра. Өлкән йәштәгеләргә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк: ғәҙәттә, улар конфоркаларҙы аса, әммә газды тоҡандырырға онота. Кемдер фатирында газ баллоны ҡуллана, былай эшләргә бөтөнләй ярамай. Әгәр газ сығып торһа, һәләкәткә тарыу хәүефе бермә-бер арта, сөнки йортта янғынға сәбәп булырлыҡ сығанаҡ табыласаҡ. Мәҫәлән, утты ҡабыҙыу, тәмәке тоҡандырыу һәм башҡалар.

Ни өсөн ҡышын өйҙәрҙә янғындар йышыраҡ сыға?

Һыуыҡтар башланыу менән, ҡотҡарыу хеҙмәттәре янғындар һанының артыуын теркәй. Үҫеш уртаса 30 процент тәшкил итә.

Белгестәр әйтеүенсә, янғындарҙың төп сәбәптәренең береһе – газ сығыуы. Кемдер йылыныр өсөн газ плитәһен тоҡандыра һәм уны ҡарауһыҙ ҡалдыра. Өлкән йәштәгеләргә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк: ғәҙәттә, улар конфоркаларҙы аса, әммә газды тоҡандырырға онота. Кемдер фатирында газ баллоны ҡуллана, былай эшләргә бөтөнләй ярамай. Әгәр газ сығып торһа, һәләкәткә тарыу хәүефе бермә-бер арта, сөнки йортта янғынға сәбәп булырлыҡ сығанаҡ табыласаҡ. Мәҫәлән, утты ҡабыҙыу, тәмәке тоҡандырыу һәм башҡалар.