Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Машинала бала ла булған

Өфө - Яңауыл юлының 45-се километрында, Благовещен районы биләмәһендә авария булған. "Хендай Солярис" менән "Мерседес Бенц" бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Хендай Солярис" водителе, 39 йәшлек ир, урында уҡ һәләк була. "Мерседес бенц" водителе, 31 йәшлек ир, уның ҡатыны, ете йәшлек бала төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. ИҒТИБАР! Һуңғы арала буран сығып, һауа торошо боҙолоп тора. Ҡышҡы юлда тәгәрмәс эҙе лә машинаны алып ырғытырға мөмкин. Һаҡ булығыҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ, хәүефле урында алдағы транспортты уҙып китергә тырышмағыҙ! Фото: Башҡортостан ДАИ-һы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Оглавление
    Машинала бала ла булған
Машинала бала ла булған

Машинала бала ла булған

Машиналар түңкәрелеп ята... Республика юлдарында ике сәғәт эсендә өсөнсө юл-транспорт ваҡиғаһы был.

Өфө - Яңауыл юлының 45-се километрында, Благовещен районы биләмәһендә авария булған. "Хендай Солярис" менән "Мерседес Бенц" бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Хендай Солярис" водителе, 39 йәшлек ир, урында уҡ һәләк була. "Мерседес бенц" водителе, 31 йәшлек ир, уның ҡатыны, ете йәшлек бала төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

ИҒТИБАР! Һуңғы арала буран сығып, һауа торошо боҙолоп тора. Ҡышҡы юлда тәгәрмәс эҙе лә машинаны алып ырғытырға мөмкин. Һаҡ булығыҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ, хәүефле урында алдағы транспортты уҙып китергә тырышмағыҙ!

Фото: Башҡортостан ДАИ-һы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!