Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һөйөүҙең ҡәҙерен белмәне Мәхмүт

Сәлиә менән Мәхмүт бер класта уҡыны. Бер урамда йәшәгәс, бәләкәйҙән бергә уйнап үҫтеләр, мәктәпкә лә бергә йөрөнөләр. Үҫмер осорона ингәс, оҙон буйлы, төҫкә матур егеткә ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡалды Сәлиә. Мәхмүткә лә ҡыҙ менән уңайлы ине. Өй эшен эшләп өлгөрмәһә, тиҙ генә ҡыҙҙан күсереп алды. Инша яҙырға иренгәндә лә Сәлиә ярҙамға килде. Уҡыуға әллә ни шәп булмаған егет, 9-сы кластан һуң механизатор һөнәренә уҡып, ауылда эш башланы. Сәлиә лә медколледжды тамамлап, тыуған яғына ҡайтыу ниәте менән янып йәшәне. Башкөллө ғашиҡ ҡыҙ үҙенең киләсәген Мәхмүтһеҙ күҙ алдына ла килтермәне. Армияға ла илай-илай оҙатып ҡалды, көтөргә вәғәҙә бирҙе. Ауылдаштары киләсәктә уларҙың бергә булырына шикләнмәне лә. Хатта атай-әсәйҙәре лә үҙ-ара күрешкәндә, бер-береһенә “Ни хәлдә, ҡоҙа?”, “Ни хәлдә, ҡоҙағый?” тип шаяртып һаулыҡ һорашты. Мәхмүткә көн һайын хат яҙып торҙо ҡыҙ. Һөйөү һүҙҙәре, һағыныу менән тулы ине улар. Армияға китеп ярты йыл самаһы ваҡыт үтеүгә Сәлиә Мәхмүттең ауылдан Зәйнәп исемле ҡыҙғ
Оглавление
    Һөйөүҙең ҡәҙерен белмәне Мәхмүт
Һөйөүҙең ҡәҙерен белмәне Мәхмүт

Һөйөүҙең ҡәҙерен белмәне Мәхмүт

Зәйнәптең дә ҡәҙерен белмәне ир. Ике сабыйы тыуыуға, күрше ауылдан йәп-йәш ҡыҙҙың башын әйләндереп, уның менән ҡалаға сығып китте. Ул ҡыҙ ауырға ҡалғас, уның эргәһенән дә бик тиҙ юғалды. Оҫта итеп һөйләп, ҡатын-ҡыҙҙың башын әйләндерә торған әллә ниндәй арбай торған көсө бар ине шул уның...

Сәлиә менән Мәхмүт бер класта уҡыны. Бер урамда йәшәгәс, бәләкәйҙән бергә уйнап үҫтеләр, мәктәпкә лә бергә йөрөнөләр. Үҫмер осорона ингәс, оҙон буйлы, төҫкә матур егеткә ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡалды Сәлиә. Мәхмүткә лә ҡыҙ менән уңайлы ине. Өй эшен эшләп өлгөрмәһә, тиҙ генә ҡыҙҙан күсереп алды. Инша яҙырға иренгәндә лә Сәлиә ярҙамға килде. Уҡыуға әллә ни шәп булмаған егет, 9-сы кластан һуң механизатор һөнәренә уҡып, ауылда эш башланы. Сәлиә лә медколледжды тамамлап, тыуған яғына ҡайтыу ниәте менән янып йәшәне. Башкөллө ғашиҡ ҡыҙ үҙенең киләсәген Мәхмүтһеҙ күҙ алдына ла килтермәне. Армияға ла илай-илай оҙатып ҡалды, көтөргә вәғәҙә бирҙе.

Ауылдаштары киләсәктә уларҙың бергә булырына шикләнмәне лә. Хатта атай-әсәйҙәре лә үҙ-ара күрешкәндә, бер-береһенә “Ни хәлдә, ҡоҙа?”, “Ни хәлдә, ҡоҙағый?” тип шаяртып һаулыҡ һорашты.

Мәхмүткә көн һайын хат яҙып торҙо ҡыҙ. Һөйөү һүҙҙәре, һағыныу менән тулы ине улар.

Армияға китеп ярты йыл самаһы ваҡыт үтеүгә Сәлиә Мәхмүттең ауылдан Зәйнәп исемле ҡыҙға ла хат яҙыуын белеп ҡалды. Ауылда сер һаҡлап булмай шул. Сәлиә был хәбәргә ышанманы. Һағынып, ашҡынып көттө ул Мәхмүтте. Егет кенә армиянан һуң ҡыҙ янына килергә ашыҡманы. Был ваҡытта Сәлиә каникулда ине.

- Сәлиә, ишеттеңме, Мәхмүт армиянан ҡайтҡан да гөлләмәләр тотоп Зәйнәпкә барған бит. Хатта уға кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған. Тиҙҙән никахтары була, тип һөйләйҙәр... – тип Сәлиәнең йөрәген өҙөп төшөрөрлөк хәбәр еткерҙе әхирәте.

Мәхмүт янына барып, хәлде асыҡларға ғорурлығын еңә алманы ҡыҙ.

Тиҙҙән Мәхмүт менән Зәйнәптең никахы, туйы үткәрелеүе тураһында ишетте. Нисек йөрәге яныуын, төндәр буйы илап сығыуын бер кемгә лә һиҙҙермәне.

– Ҡыҙым, йөрәгеңде бөтөрә торған ҡайғы түгел. Тормош юлынан ышанысһыҙ кеше менән атлауы бик ауыр. Хоҙай һине аралағанға аҙаҡ рәхмәт әйтерһең. Үҙеңә тиңе, ышаныслыһы осрар, – әсәһенең был һүҙҙәре йөрәгендәге утты бер аҙ баҫҡан һымаҡ булды.

Тиҙҙән Сәлиә ҡалаға китте, ләкин оҙаҡ ваҡыт йөрәгендәге яраһы төҙәлмәне. Башҡа егеттәргә ҡарарға теләге лә булманы. Бары тик уҡып бөтөп, диплом алып эш башлағас ҡына, үҙе һымаҡ йәш белгес, өмөтлө хирург Байрас менән дуҫлашып китте. Ярты йылдан өйләнештеләр. Үҙенә тоғро, тормош юлында ныҡлы терәк булған ире өсөн яҙмышына ғүмер буйы рәхмәтле булды Сәлиә, сөнки төн йоҡоларынан ҡалдырған Мәхмүттең артабанғы яҙмышы тураһында ул ишетеп торҙо.

Мәхмүт Зәйнәптең дә ҡәҙерен белмәне. Ике сабыйы тыуыуға, күрше ауылдан йәп-йәш ҡыҙҙың башын әйләндереп, уның менән ҡалаға сығып китте. Ул ҡыҙ ауырға ҡалғас, уның эргәһенән дә бик тиҙ юғалды. Оҫта итеп һөйләп, ҡатын-ҡыҙҙың башын әйләндерә торған әллә ниндәй арбай торған көсө бар ине шул уның. Уның татлы теленә ышанған гүзәл заттар һаны арта барҙы. Үҙе баҫылып ҡына донъя көтөргә теләмәне.

Урта йәшкә еткәндә лә йорто юҡ ине. Тапҡанын күңел асыуға туҙҙыра барҙы. Бер аҙҙан ауылға ата-әсәһенең өйөнә ҡайтып йығылды. Уларҙың әҙер донъяһында, пенсия аҡсаларына йәшәүе бик уңайлы ине.

Күптән түгел ауылға ҡайтҡанда күрҙе Сәлиә Мәхмүтте. Йөҙөндә эскән кешенең һыҙаттары сағылған класташы магазин алдында үҙенең шешәләштәре менән ҡысҡырып һүгенә-һүгенә кемделер әрләп тора ине. Араларында ҡыҙарып шешенеп бөткән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Улары ла сәбәпһеҙгә хахылдашып көлә. Мәхмүт күргәнсе, ул тирәнән тиҙерәк китергә тырышты Сәлиә. Ҡасандыр ошо егеткә ғашиҡ булып, уны көтөп үткәргән мәлдәрен күҙ алдына килтереп, йөрәге әрнене.

- Әлдә генә ул кешенән яҙмыш аралаған үҙемде, – тип бәхетле йылмайып баҡты ул үҙенең тоғро тормош юлдашына.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!