"Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров 2026 йылды "Ҙур һәм татыу Ғаилә йылы" тип иғлан итте. Йыл һайын оҙайлы ҡышҡы ялдарҙа Ғайсиндар нәҫеленә ҡараған ғаиләләр үҙҙәренә, балаларына күңелле ял ойошторалар. Йә "Зарница" уйыны ойошторалар, йә саңғы ярышы үткәрәләр,йә ҡышҡы һабантуй үткәрәләр, күмәкләшеп ҡырға ла сығалар. Эй дәртле инде үҙҙәре. Әле быйылғы йылда ла үҙҙәре өсөн, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр өсөн сана шыуырға урын әҙерләп, трактор менән юл һалып, бер көн йыйылышып(35 кеше) көнө буйы рәхәтләнеп сана шыуып, тәмле сәйҙәр эсеп, ял итеп алдылар. Афариндар!!! Эшләй ҙә, ял да итә беләләр, ауылда үткәрелгән сараларҙа бик активтар, молодцы. Шулай күмәк, татыу булып йәшәгеҙ", - тип хәбәр итә ишбирҙеләр.
"Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров 2026 йылды "Ҙур һәм татыу Ғаилә йылы" тип иғлан итте
9 января9 янв
2
~1 мин