Федоровка районының Сәйет ауыл клубында “Блиндаж шәме” акцияһы үтте. Яҡташтар махсус хәрби операция зонаһына оҙатыу өсөн окоп шәмдәре эшләүгә дәррәү тотондо. Был ябай ғына шәмдәр – ялан шарттарында яугирҙәр өсөн алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Уларҙы ҡәҙимге материалдарҙан – ҡалай банкаларҙан, балауыҙ һәм ҡаты ҡатырғанан яһайҙар. Яҡтыртыуҙан тыш, улар йылылыҡ биреү, аш-һыу йылытыу үҙенсәлегенә лә эйә. Өҫтәүенә улар оҙаҡ яна. Яугирҙәр бындай ярҙамға шат, берҙәмлек билдәһе булған окоп шәмдәре уларҙы алғы һыҙыҡта яңғыҙ тойорға ирек бирмәй. “Ошондай мөһим акцияларҙа ярҙам иткән һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә, еңеүҙе яҡынайтыуға ярҙам итә. Шәмдәр һалҡын окоптарҙағы һалдаттарҙы йылытыуҙан тыш, уларҙың күңеленә лә йылылыҡ өҫтәһен, йорттарында уларҙы яратыуҙарын, көтөүҙәрен һәм уларға тәрән ышаныуҙарын да хәтерҙәренә төшөрһөн!”, тип яҙа Сәйет ауыл клубы мөдире Г.Ниғмәтуллина. Фото: “Ашҡаҙар таңдары”.