Лаҡлы ауылында “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында яңы амбулатория асылды, тип хәбәр итә Салауат районы хакимиәте. Был амбулаторияла терапевт, педиатр, стоматолог кабинеттары, ике урынға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар, процедура, прививка яһау, дарыухана, регистратура һәм ярҙамсы биналар бар. Ике төп инеү урыны пандустар менән йыһазландырылған. Табип амбулаторияһында Лағыр һәм Лаҡлы ауыл биләмәләрендә йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. – Хәҙер бында балалар һәм өлкәндәр медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә ала. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ярҙам өсөн ихлас рәхмәт белдерәм. Һәр кешегә һаулыҡ теләйем һәм уларҙың фельдшерға мөмкин тиклем һирәгерәк килеүен теләйем, – тине Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78