Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан аграрийҙары ярҙам алды

2025 йылда Башҡортостан “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектына ярашлы (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) “Селекцияла һәм генетикала фәнни эштәрҙе үҫтереү өсөн шарттар булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыуға әүҙем рәүештә ҡушылды. Был турала республиканың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә. Проект сиктәрендә тоҡомло йәш һыйыр малдарына молекула-генетика тикшеренеүҙәре ойошторолған. Барлығы 2,5 мең баш мал тикшерелгән.Тоҡомло малдарға генетика экспертизаһы үткәреү өсөн Федераль ҡаҙнанан 6,8 миллион һум аҡса бүленгән. –Тоҡомло һыйыр малдарына генетик экспертиза үткәреү төбәктә һөт малдарының продуктлығын күтәреү буйынса эште яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. 2030 йылға тиклем республикала 35 мең баш малды генотиплау бурысы ҡуйылған, – ти республиканың Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Автор фотоһы.
Оглавление
     Башҡортостан аграрийҙары ярҙам алды
Башҡортостан аграрийҙары ярҙам алды

Башҡортостан аграрийҙары ярҙам алды

Был эш малдарҙың продуктлығын күтәреүгә маҡсатланған

2025 йылда Башҡортостан “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектына ярашлы (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) “Селекцияла һәм генетикала фәнни эштәрҙе үҫтереү өсөн шарттар булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыуға әүҙем рәүештә ҡушылды. Был турала республиканың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Проект сиктәрендә тоҡомло йәш һыйыр малдарына молекула-генетика тикшеренеүҙәре ойошторолған. Барлығы 2,5 мең баш мал тикшерелгән.Тоҡомло малдарға генетика экспертизаһы үткәреү өсөн Федераль ҡаҙнанан 6,8 миллион һум аҡса бүленгән.

–Тоҡомло һыйыр малдарына генетик экспертиза үткәреү төбәктә һөт малдарының продуктлығын күтәреү буйынса эште яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. 2030 йылға тиклем республикала 35 мең баш малды генотиплау бурысы ҡуйылған, – ти республиканың Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.