Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Автобуста йөрөү хаҡы арта

Башҡортостанда быйыл 1 февралдән автобустарҙа йөрөү хаҡы арта. “Башавторанс”тың ҡала буйлап йөрөгән маршруттарында автобус билеты хаҡы 46 һумға етәсәк, ә “Алға” картаһы хужалары өсөн ул 42 һум буласаҡ. Был үҙгәрештәр тураһында Башҡортостандың транспорт һум юл хужалығы министры Любовь МИНАКОВА һөйләй. – Любовь Викторовна, автобустарҙа йөрөү хаҡының күтәрелеүенә нимә сәбәпсе? – Автобуста йөрөү хаҡын күтәреү мәжбүри сара. Сәбәбе – ил буйынса дөйөм инфляцияның һәм сығымдарҙың артыуы, шул иҫәптән яғыулыҡтың, запас частарҙың, ремонттың ҡыйбатланыуы. Бер юлы эш хаҡын күтәреү һәм автопарктарҙы яңыртыу ҙа талап ителә. Быйыл Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә транспорт өсөн тариф күтәреллде. Мәҫәлән, Ҡазанда йәмәғәт транспортында бер тапҡыр йөрөү хаҡы 46 һумға етте, Новосибирскиҙа ул 45 һум, Краснодарҙа – 51, Яр Саллыла һәм Нижнекамскиҙа – 46. Силәбелә – 44 һум, Владивостокта – 60, Сарапулда 45 һум булды. Был сара йәмәғәт транспорты ойошмаларының финанс тотороҡлолоғон һаҡлап ҡалыуҙы тәьмин итәсәк
Оглавление
    Автобуста йөрөү хаҡы арта
Автобуста йөрөү хаҡы арта

Автобуста йөрөү хаҡы арта

Башҡортостанда 1 февралдән автобустарҙа йөрөү хаҡы артасаҡ. “Башавторанс”тың ҡала буйлап йөрөгән маршруттарында автобус билеты хаҡы 46 һумға етәсәк, ә “Алға” картаһы хужалары өсөн ул 42 һум буласаҡ.

Башҡортостанда быйыл 1 февралдән автобустарҙа йөрөү хаҡы арта. “Башавторанс”тың ҡала буйлап йөрөгән маршруттарында автобус билеты хаҡы 46 һумға етәсәк, ә “Алға” картаһы хужалары өсөн ул 42 һум буласаҡ. Был үҙгәрештәр тураһында Башҡортостандың транспорт һум юл хужалығы министры Любовь МИНАКОВА һөйләй.

– Любовь Викторовна, автобустарҙа йөрөү хаҡының күтәрелеүенә нимә сәбәпсе?

– Автобуста йөрөү хаҡын күтәреү мәжбүри сара. Сәбәбе – ил буйынса дөйөм инфляцияның һәм сығымдарҙың артыуы, шул иҫәптән яғыулыҡтың, запас частарҙың, ремонттың ҡыйбатланыуы. Бер юлы эш хаҡын күтәреү һәм автопарктарҙы яңыртыу ҙа талап ителә.

Быйыл Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә транспорт өсөн тариф күтәреллде. Мәҫәлән, Ҡазанда йәмәғәт транспортында бер тапҡыр йөрөү хаҡы 46 һумға етте, Новосибирскиҙа ул 45 һум, Краснодарҙа – 51, Яр Саллыла һәм Нижнекамскиҙа – 46. Силәбелә – 44 һум, Владивостокта – 60, Сарапулда 45 һум булды.

Был сара йәмәғәт транспорты ойошмаларының финанс тотороҡлолоғон һаҡлап ҡалыуҙы тәьмин итәсәк, автопарктарҙы яңыртыу, шоферҙарға эш хаҡын тотороҡло түләүҙе дауам итеү, шуның менән бергә пассажирҙарҙы даими ташыу маршурттарында хәүефһеҙлек кимәлен яҡшыртыу һәм хеҙмәтләндереү кимәлен күтәреү мөмкинлеге бирәсәк.

– Ә йәмәғәт транспортында быға саҡлы булған социаль ташламалар һаҡланып ҡаламы?

– Шуныһын да билдәләргә кәрәк – бөтә булған социаль ташламалар һаҡланып ҡала. Берҙәм социаль йөрөү билеты менән бөгөн Башҡортостандың 127 мең кешеһе файҙалана. Уның хаҡы элеккесә ҡала, йәғни айына 600 һум. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары һәм күп балалы ғаиләләр өсөн ярҙам саралары ла үҙ көсөндә ҡала – МХО яугирҙәренең балалары даими йөрөгөн ҡала һәм ҡала яны маршруттарында айына 60 тапҡыр, ә күп балалы ғаиләлә йәшәгән мәктәп уҡыусылары 44 тапҡыр бушлай йөрөй ала. Был ярҙам сараһы ғәмәлгә индерелгәндән алып МХО-ла ҡатнашыусыларҙың 12,8 мең балаһы һәм күп балалы ғаиләләрҙән 23 мең уҡыусы бушлай йөрөү хоҡуғы менән тәьмин ителде. Шуға күрә, тариф дөйөм алғанда артыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров берҙәм социаль йөрөү билетын һаҡлап ҡалырға ҡарар итте.

– Белеүебеҙсә, “Алға” ташламалы транспорт картаһы менән бөгөн республикала йәшәүселәрҙән 2,1 миллион кеше файҙалана.

– Эйе һәм әйтергә кәрәк был картаны ҡулланыусылар арта, сөнки ул, билдәле булыуынса, ҡулланыуҙа уңайлыраҡ һәм йөрөү хаҡы ла арзаныраҡҡа төшә. Айырыуса көн дә эшкә “Башавтотранс” автбустары менән йөрөүселәргә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был картаны 2019 йылдан алып файҙаланыу һөҙөмтәһендә Башҡортостан кешеләре 1,7 миллиард һум аҡсаһын янда ҡалдырған. Әлеге көндә йәмәғәт транспортында йөрөүселәрҙең 50 проценты “Алға” картаһы менән түләй.

Йөрөгөн өсөн ҡулаҡсаһыҙ ысул менән түләү был эште барыһы өсөн дә еңелерәк һәм тиҙерәк башҡарыу мөмкинлеге бирә. Бынан тыш, финанс операцияның үтә күренмәлелеген яҡшыртты һәм ташыусы ойошманың һалымды дөрөҫ түләп барыуына булышлыҡ итә, ә был республика ҡаҙнаһы өсөн мөһим. Бөгөнгә пассажирҙар ташыу буйынса даими маршруттарҙа 4 394 транспорт сараһы йөрөй, уларҙың һәр береһенә ҡулаҡсаһыҙ түләү өсөн терминал ҡуйылған. Дөйөм алғанда, ошо системаға пассажир ташыусы 98 ойошма тоташтырылған, был иһә халыҡты ошо ысул менән хеҙмәтләндереү мөмкинлеген киңәйтте.

Бынан тыш, Өфөлә “Бәхетле сәғәт” акцияһы ғәмәлдә. Уға ярашлы, пассажир автобусҡа, трамвайға йәки троллейбусҡа һәм “Дим – Иглин” ҡала яны электричкаһына бер сәғәт эсендә өс тапҡыр ултырырға һәм ошо ваҡыт эсендә бер тапҡыр ғына түләргә хоҡуҡлы. Көн һайын был хеҙмәттән биш меңдән ашыу кеше файҙалана. Был акция ғәмәлгә индерелгәндән алып дөйөм файҙаланыу транспортында 31 миллиондан ашыу кеше “Алға” картаһы нигеҙендә булдырылған “Бәхетле сәғәт”тән файҙаланған һәм 960 миллион һумдан ашыу аҡсаһын экономиялаған.

Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.